Мунсала (хикәйә)
«Мунсала» — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр ике үҙаллы хикәйә «Мунсала» һәм «Аҡылдарҙың ҡабарыуы» 1885 йылдың 9 мартында «Осколки» журналының 10-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. [1]. «Мунсала» хикәйәһен үҙгәртелгән «Кейәү егеттәре тураһында» хикәйәһе менән берләштереп, Чехов уларҙан ике киҫәктән торған бер хикәйә яһай һәм уны А. Ф. Маркс нәшер иткән әҫәрҙәре йыйылмаһына индерә.
Мунсала | |
Нигеҙләү датаһы | 1885 |
---|---|
Атамаһы | В бане |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 9 (21) март 1885 |
Место действия | Рәсәй империяһы |
Баҫылған | Осколки[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергә1898 йылда бөтә Рәсәй Белинскийҙы хөрмәтләгән саҡта төрлө әҙәби-йәмғиәт баҫмаларында был сара бик күп яҡтыртыла. «Мунсала» хикәйәһе Чехов тарафынан башта ике хикәйә: «Мунсала» һәм «Аҡылдарҙың ҡабарыуы» - тип «Осколки» журналында,( 1885, № 10, 9 март), һәм «Будильник»та (1883, № 42) А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫтырыла. Оҙон сәсле, йүтәлләүсе бик ярһыу телмәрле кешелә («Мунсала» хикәйәһендә) Виссарион Григорьевич Белинскийҙы таныуы ҡыйын түгел. «Мунсала» хикәйәһе бер аҙ үҙгәртелеп «Памяти В. Г. Белинского» йыйынтығына индерелә[2]. «Памяти В. Г. Белинского» йыйынтығындағы хикәйәһендә А. Чехов сәс ҡырыусының әшәке һүҙҙәрен алып ташлай.
«Мунсала» һәм «Кейәү егеттәр тураһында» хикәйәләрен автор ике киҫәктән торған хикәйәгә берләштерә һәм уны А. Ф. Маркс баҫмаһына бер хикәйә итеп индерә.
1899 йылдың 30 мартында Л. Н. Толстой үҙенең ғаиләһенә «Памяти В. Г. Белинского» йыйынтығына ингән Чеховтың хикәйәһен ҡысҡырып уҡый.
«Мунсала » хикәйәһенең авторы тере саҡта әҫәр болгар, серб-хорват һәм швед телдәренә тәржемә ителә.
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәнең беренсе киҫәгендәге ваҡиға ҡала мунсаһында бара. Мунсаның парҙа сабына торған өлөшөндә сәс ҡырып алыусы Михайло һәм ябыҡ тәнле, оҙон сәсле, һөйәктәре үтәләй күренеп тиерлек торған кеше ултыра. Сәс алыусы өйләнешеү тураһында һүҙ башлай һәм хәҙерге кәләштәр менән элекке заман кәләштәрен сағыштырып зарлана: «Элекке кәләштәр бай, етди, ҙур капиталы булған, дин тураһында һөйләшергә мөмкин булған, дин тотҡан кешегә кейәүгә сығырға тырыша торғайнылар, ә хәҙергеләрҙең уҡымышлы кешегә күҙе ҡыҙаУҡымышлылар бит бай түгел!». Уның был һүҙҙәренә ябыҡ кеше: «Ярлы булһа ла намыҫлы!» - тип яуап бирә. Шунан әңгәмәлә яҙыусылар, сиркәү әһелдәре тураһында һүҙ ҡуҙғатыла. Оҙон сәсле кеше: «Мин яҙыусы булмаһам да, һин улар тураһында бер нимә лә белмәгәс, насар һүҙ әйтмә, Рәсәйҙә илгә күп файҙа килтергән яҙыусылар ҙа бар бит. Улар ерҙе яҡтырталар һәм шуның өсөн беҙ уларға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Мин яҙыусылар тураһында ғына түгел, ә дингә хеҙмәт итеүселәр тураһында ла әйтәм»,- тип үҙ һүҙен дауам итә.
Уның был һүҙҙәренә сәс ҡырыусы яуап бирмәйенсә генә мунса ишек алдына сыға һәм Назар Захарычты алып килергә һәм унан теге оҙон сәслегә идеялы һүҙҙәр һөйләгән өсөн протокол төҙөргә ҡуша. Хикәйә аҙағында оҙон сәсле кешенең сиркәүҙәге бар кеше тарафынан хөрмәт ителгән дин әһеле — дьякон булыуы асыҡлана. Быны белгәс, Михайло дьякон алдында, бил бөгөп, ғәфү үтенә.
Хикәйәнең икенсе киҫәгендә Никодим Егорыч Потычкин һәм Макар Тарасыч Пешкин күрһәтелә. Улар ҙа мунсала кейәү-кәләш тураһында һүҙ ҡуҙғата. Хикәйәлә Макар Тарасычтың ҡыҙы Маша һәм уның ниндәй кейәү егеттәре булғанлығы тураһында һөйләнелә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. В бане // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. В бане 2017 йыл 11 май архивланған.. Оригинальный русский текст