Музыка фәндәре дәүләт институты

Музыка фәндәре дәүләт институтымузыка ғилеменәнң төрлө өлкәләрендә фундаменталь академик тикшеренеүҙәр үткәреүгә йүнәлтелгән, 1921 йылдан алып 1931 йылға тиклем Мәскәүҙә эшләп килгән институт. Мәскәү, Мясницкая урамы, 49 адресы буйынса, сауҙагәр Н. И. Аплаксиная йортонда урынлашҡан булған[1][2].

Музыка фәндәре дәүләт институты
Нигеҙләү датаһы 1921
Рәсем
Менеджер/директор Гарбузов, Николай Александрович[d]
Административ-территориаль берәмек СССР
Урын Мәскәү
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1931
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе музыка һәм музыковедение[d]

1921 йылдың 1 ноябрендә асылған музыка фәндәре дәүләт институты Наркомпрос һәм Мәскәү Пролеткультының музыкаль бүлектәренә ҡараған музыкаль-фәнни ойошмалар базаһында ойошторола. Уның төп маҡсаты акустика, музыка белеме, этномузыка кологияһы, яңы музыкаль инструменттар булдыру һәм башҡа мәсьәләләренҙе үҙәкләштереп тикшереү.[3][4]

Музыка фәндәре дәүләт институты директоры итеп Н. А. Гарбузов һайлана.[4] Институттың структураһы бер нисә тапҡыр үҙгәрә; ваҡыт-ваҡыт уның эсендә музыкаль фәндең айырым проблемалары буйынса ваҡытлы комиссиялар төҙөлә. Шулай уҡ институтта музыкаль-теоретик китапхана, акустик лаборатория, музыкаль инструменттар оҫтаханаһы һәм лабораторияһы булған. Институтта төрлө фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелгән, эксперименталь музыка инструменттары булдырылған, мәҡаләләр баҫылҡан. Институт иһә музыкаль фәндең төрлө өлкәләрен мөмкин тиклем тулы һәм һәр яҡлап өйрәнеп тороуы менән билдәле. Уның әғзалары Леонид Сабанеев, Лев Термен, Николай Бернштейн, Эмилий Розенов һәм башҡалар кеүек күп кенә күренекле ғалмдар һәм уйлап табыусылар булған.[3]

1923 йылдың 10 февраленән 10 ноябрыны тиклем Музыка фәндәре дәүләт институты Рәсәй сәнәғәт фәндәре академияһы менән ваҡытлыса берләшкән, артабан ВУЗ яңынан үҙалла статус алған. Әммә институт штаты ҡыҫҡарған, ә уның структураһы сираттағы үҙгәртеүҙәрҙән һуң биш секция ғына ҡалған: физик техника, физиология психология, этнография һәм ике эксперименталь-педагогик секция ҡалған. Үҙгәрештә Николай Гарбузов, Арсений Авраамов һәм Михаил Гнесин ҡатнашҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иститутты ойоштороусы Авраамов исеме рәсми документтарҙа телгә алынмай[4][3].

1931 йылдың 6 октябрендә музыка институты тарҡатыла[5]. 1933 йылда Н. А. Гарбузов, Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағында, артабан музыкаль акустика лабораторияһы буларак билдәлелек алған, яңы Фәнни-тикшеренеү музыка институты ойоштора.[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә