Мотузова Галина Васильевна
Мотузова Галина Васильевна (15 март 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тупраҡты өйрәнеүсе, экология мониторингыһы һәм химияһы буйынса белгес, биология фәндәр докторы (1992), Мәскәү дәүләт университеты профессоры
Мотузова Галина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 март 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Курск, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | почвовед, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | МДУ-ның биология факультеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] (1992) |
Ғилми етәксе | Зырин Николай Георгиевич |
Биографияһы
үҙгәртергәГалина Васильевна Мотузова 1940 йылдың 15 мартында Курск ҡалаһында тыуған. 1962 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1973 йылда Зырин Николай Георгиевич[1] етәкселегендә биология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Формы соединений микроэлементов (B, Mn, Cu, Zn) в почвах Западной Грузии» темаһына диссертация яҡлай. 1992 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Системно-экологический анализ соединений микроэлементов в почвах» темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм шул уҡ йылда уға өлкән ғилми хеҙмәткәр исеме бирелә[2]. 2002 йылда профессор дәрәжәһен ала[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөрлө тәбиғәт зоналары тупрағында төрлө химик берләшмәләр таралыу законлылыҡтарын асыҡлай. Тупраҡтың химик составын системалы ойоштороу концепцияһын тәҡдим итә. Тупраҡта буфер системаһы эшмәкәрлеген аңлауҙа үҙ өлөшөн индерә. Химик мониторингты ойоштороу өсөн теоретик нигеҙҙәр һәм практик тәҡдимдәр эшләй. Тупраҡтың биосфера мониторингыһы программаһын тәҡдим итә. Дәүләт-ара стандарттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. 1986 йылдан Мәскәү дәүләт университетында тупраҡ фәне буйынса диссертация советы секретары була, "Вестник Московского университета. Серия «Почвоведение» журналының мәхәрририәт составына инә[2]. Уның етәкселеге аҫтында 10 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана[4]. .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә1990 йылда ««Хеҙмәт ветераны» миҙалы», ә 1997 йылда «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнә[4]..
Китаптары
үҙгәртергә250-нән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара, шул иҫәптән.
- Мотузова Г.В., Карпова Е.А., Малинина М.С., Чичева Т.Б. Почвенно-химический мониторинг фоновых территорий. Учебное пособие. — М.: Издательство Московского Университета, 1989. — 90 с.
- Мотузова Г. В. Загрязнение почв и сопредельных сред. — М.: Издательство Московского Университета, 2000. — 71 с. — ISBN 5-211-03944-0.
- Мотузова Г. В., Карпова Е. А. Химическое загрязнение биосферы и его экологические последствия. Учебник. — М.: Издательство Московского Университета, 2013. — 303 с. — ISBN 978-5-211-05565-0.
- Мотузова Г. В., Безуглова О. С. Экологический мониторинг почв. — М.: Академический Проект; Гаудеамус, 2007. — 237 с. — ISBN 978-5-8291-0913-4.
- Barsova N., Yakimenko O., Tolpeshta I., Motuzova G. Current state and dynamics of heavy metal soil pollution in Russian Federation—A review (инг.) // Environmental Pollution. — 2019. — Т. 249. — С. 200—207. — ISSN 0269-7491. — DOI:10.1016/j.envpol.2019.03.020
- Motuzova G.V., Minkina T.M., Karpova E.A., Barsova N.U., Mandzhieva S.S. Soil contamination with heavy metals as a potential and real risk to the environment (инг.) // Journal of Geochemical Exploration. — 2014. — Т. 144. — С. 241—246. — ISSN 0375-6742. — DOI:10.1016/j.gexplo.2014.01.026
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Формы соединений микроэлементов в субтропических почвах Западной Грузии - диссертация | ИСТИНА – Интеллектуальная Система Тематического Исследования НАукометрических данных . istina.msu.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
- ↑ 2,0 2,1 Сычева С. А. Женщины-почвоведы. Биографический справочник о российских и советских исследовательницах почв / Под ред. Г. В. Добровольского и Н. Г. Рыбальского. — М.:: НИА–Природа, 2003. — С. 129—130. — 440 с. — ISBN 5-7844-0087-8.
- ↑ Мотузова Галина Васильевна | Летопись Московского университета . letopis.msu.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.
- ↑ 4,0 4,1 Мотузова Галина Васильевна . Факультет почвоведения МГУ. soil.msu.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2019.