Морозов Михаил Михайлович
Морозов Михаил Михайлович (1897, 18 февраль, Мәскәү — 9 май, 1952, шунда уҡ) — совет әҙәбиәт ғилеме белгесе, театр белгесе, педагог, тәржемәсе, бөтә тормошон Шекспир ижадын өйрәнеүгә арнаған, шекспир ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Михаил Михайлович Морозов | |
Файл:МорозовММ.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Альма-матер | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
исследователь творчества Шекспира |
Биографияһы
үҙгәртергәМорозов Михаил Михайлович фабрикант Морозовтар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Морозов Михаил Абрамович (1871—1903) — эшҡыуар, меценат, һынлы сәнғәт коллекционеры («Джентльмен» исеме аҫтында билдәле булған); әсәһе — Мамонтова Маргарита Кирилловна (1873—1958). Кесе апаһы — пианистка Морозова Мария Михайловна (1904—1964). Бөйөк Британияла инглиз телен һәм әҙәбиәтен өйрәнә. Рәсәйгә ҡайтып, Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1920-се йылдарҙан алып театры режиссеры була, театр тарихы буйынса лекциялар уҡый, тәржемә менән шөғөлләнә. Һуңыраҡ инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй, инглиз телеендә инглиз әҙәбиәте тарихы буйынса лекциялар уҡый. Шекспирҙың "Гамлет"ын инглиз телендә баҫмаға әҙерләй, уға ентекле аңлатма биреүҙән тыш, уның өсөн махсус һүҙлек төҙөй. 30-сы йылдарҙа театрҙа эшләүен дауам итә, Шекспирҙың спектаклдәрен ҡуйыуҙы консультант сифатында бойомға ашыра. 1937 йылда Шекспир кабинетын булдыра һәм ВТО ҡарамағындағы көнбайыш европа театрын етәкләй. Бөтә Союз Шекспир конференциялары менән етәкселек итә. Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында шекспир семинарҙарын алып бара. 1949 йылда, космополитизм менән көрәшеү ваҡытында, Шекспир кабинеты ябылғандан һуң, Мәскәүҙә инглиз телендә сығарылған News журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
1952 йылда вафат була. Введенский зыяратында ерләнгән(10 уч.).
А. В. Летенко хәтирәләре буйынса , 1952 йылда СССР юғары етәкселеге эмиграция менән мөнәсәбәтте яҡшыртыу маҡсатында Мәскәүҙә билдәле рус сауҙагәрҙәренең — Рябушинский, Морозов, Елисеева, Мамонт һәм башҡалар — билдәле фамилиялары вариҫтары ҡатнашлығында махсус конференция үткәрергә ҡарар ҡабул итә, ә, иң мөһим маҡсат — «һуғыштан һуңғы совет иҡтисадына капитал һалыу, уны тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә уларҙы йәлеп итеү» була[2]. Был осрашыу өсөн яуаплы кеше итеп сауҙагәрҙәр династияһынан сыҡҡан һәм европа сит ил телдәрендә иркен һөйләшкән М. М. Морозов тәғәйенләнә. Был осрашыуҙы ойошторған өсөн, рәхмәт йөҙөнән, М. М. Морозов, йәнәһе, айырым торлаҡ майҙаны, дача һәм шәхси автомобиль менән бүләкләнгән. Ә һөҙөмтәлә буласаҡ үҙгәрештәргә һушы киткән М. М. Морозов, күршеләрен шаҡ ҡатырып, бары тик «ҡара лимузинда өйөнә алып алып килтерелә. < … > … Мики өйөндә диванға ял итергә ята һәм … шунан вафат була». Летенко яҙыуынса, был хаҡта ул 1954 йылда М. М. Морозовты бик яҡшы белгән МГИМО-ның инглиз теле кафедраһы мөдире Н. Н. Матвеевтан ишетеп белә. Әммә был дәлилдәрҙе раҫлаусы башҡа сығанаҡтар табылмай[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- 1-се ҡатыны — кенәз 3атын Туркестанова Варвара Александровна (1896—1941)[4][5].
- Улы — Михаил Михайлович-бәләкәй (1922—1967)[6].
- 2-се ҡатыны — Татьяна Романовна Рогаль-Левицкая.
- 3-сө ҡатыны — Буромская-Морозова Евгения Михайловна (1909—1996), тол ҡатын һәм М. М. Морозов мираҫын нәшер итеп сығарыусы[7].
Морозовтың эштәре
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Морозов Михаил Михайлович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Летенко А. В. Последний день жизни Мики Морозова (Из воспоминаний) . Проза.ру (20 июль 2011). Дата обращения: 18 ғинуар 2020. Архивировано 10 ноябрь 2019 года.
- ↑ Захаров Н. В. Морозов Михаил Михайлович . Электронная энциклопедия «Мир Шекспира» (2012—). Дата обращения: 18 ғинуар 2020. Архивировано 18 ғинуар 2020 года.
- ↑ Голицын К. Н. Записки князя Кирилла Николаевича Голицына / [сост. и аннот. имен. указ. А. К. Голицына]. — М. : Радуга, 2008. С. 287—289, 293, 586.
- ↑ Дворяне: книга памяти (То) . Заклейменные властью. Архивировано 19 ноябрь 2019 года.
- ↑ ф. 2526 Морозов Михаил Михайлович (1897—1952) — литературовед . РГАЛИ. Архивировано 17 ғинуар 2020 года. 2020 йыл 17 ғинуар архивланған.
- ↑ М. М. Морозов. Театр Шекспира (составитель Буромская-Морозова Евгения Михайловна). М. : ВТО, 1984. 2021 йыл 24 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Горбунов А. Н. Морозов о Шекспире // Горбунов А. Н. Шекспировские контексты. — М.: МедиаМир, 2006. — С. 299—307. — 364 с. — 500 экз. — ISBN 5-91177-001-6.
- Самарин Р. М. М. М. Морозов (1897-1952) // М. М. Морозов. Избранные статьи и переводы. — М.: ГИХЛ, 1954.
- Шведов Ю. Михаил Михайлович Морозов // М. Морозов. Шекспир, Бернс, Шоу… / Автор вступительной статьи и составитель сборника и редактор Ю. Шведов. — М.: Искусство, 1967.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Морозов, Михаил Михайлович // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.
- Захаров Н. В. Морозов Михаил Михайлович . Электронная энциклопедия «Мир Шекспира» (2012—). Дата обращения: 18 ғинуар 2020. Архивировано 18 ғинуар 2020 года.