Морат Өлкәр

төрөк биснесмены

Морат Өлкәр (тур. Murat Ülker; тыуған. 1959 йыл, 21 март) ― төрөк бизнесмены, кондитер, Yıldız холдингы — үҙәк һәм көнсығыш Европала, Африка һәм Яҡын Көнсығыштағы эре аҙыҡ-түлек компанияһы идараһы рәйесе. Yıldız холдингы составына Godiva Chocolatier, Pladis һәм Sok[3] кеүек компаниялар инә. 2018 йылда Өлкәр Төркиәнең иң бай бизнесмены, тип атала, уның шәхси капиталы 4,8 млрд доллар тәшкил итә[4][5].

Морат Өлкәр
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 21 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Истанбул, Төркиә
Атаһы Сабри Улькер[d]
Бер туғандары Ali Ulker[d]
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө эшҡыуар, эшҡыуар
Уҡыу йорто Стамбульский лицей[d]
Босфор университеты[d]
Принадлежит к Yıldız Holding[d][1], Ülker[d] һәм Pladis[d][2]
Строка принадлежности Pladis Foods Limited[2]
Ҡатнашыусы World Economic Forum Annual Meeting 2022[d][2]
 Морат Өлкәр Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Морат Өлкәр 1959 йылдың 21 мартында Төркиәнең Истанбул ҡалаһында, «шоколад короле» Сабри Өлкәр һәм уның ҡатыны һәм Гюзиде Иман ғаиләһендә тыуа. Ул Истанбулда ир балалар өсөн лицейҙа урта белем ала һәм Босфор университетын бизнес-етәксе һөнәре буйынса тамамлай. 1982 йылда ул сит илдә Америка Икмәк бешереү институтында (American Institute of Baking, AIB) һәм Үҙәк немец кондитер сәнәғәте техникумында (Zentralfachschule der Deutschen Süßwarenwirtschaft, ZDS) уҡый. Ҡушма Штаттарҙа Continental Baking Company компанияһында стажировка үтә. Өлкәр шулай уҡ Халыҡ-ара ирекле эксперттар корпусының (International Executive Service Corps)[6] төрлө проекттары менән шөғөлләнә.

Yıldız-та эшләүе үҙгәртергә

1984 йылда Өлкәр Yıldız холдингына ингән Ülker аҙыҡ-түлек компанияһына контроль буйынса координатор сифатында ҡушыла. Артабанғы йылдарҙа ул генераль директорҙың предприятиелар буйынса ярҙамсыһы вазифаһын биләй, һәм иң аҙаҡ компанияның генераль директоры була. 2000 йылда Өлкәр Yıldız Holdingтың башҡарма директоры, ә 2008 йылдан генераль директор вазифаһын биләй[7]. Ул рәйес булғанда Yildiz бизнесын киңәйтә, бер нисә предприятиены, шул иҫәптән 2008 йылда GODIVA Chocolatier-ҙы һәм 2014 йылда United Biscuits-ты һатып ала[8]. 2016 йылда Yildiz яңы глобаль предприятие төҙөй, үҙенең өс брендын: Ülker, United Biscuits һәм DeMet’s Candy Company-ларҙы берләштерә[9].

Хәйриә эшмәкәрлеге үҙгәртергә

2009 йылда Өлкәр аҙыҡ-түлекте ҡулланыу өлкәһендә халыҡ сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән Сабри Өлкәр Фондын булдыра.

2014 йылда Өлкәр ғаиләһе Гарвард университеты[10] файҙаһына 24 миллион доллар иғәнә тапшыра. 10 йыл дауамына бүленгән финанслау Т. Х. Чан исемендәге Йәмәғәт сәләмәтлеге һағы мәктәбе эргәһендә туҡлыҡлы матдәләрҙе, генетик һәм метаболик процестарҙы тикшереү буйынса Сабри Өлкәр Үҙәген булдырыу өсөн бүленә. Үҙәк диабет һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгән кешеләргә ярҙам итеү өсөн хроник һәм комплекслы сирҙәрҙе тикшереү менән шөғөлләнә.

Өлкәр 1993 йылда Өлкәр баскетбол клубын булдырыуҙа ҡатнаша. Клуб алты тапҡыр Төркиә президенты кубогын һәм өс тапҡыр Төркиә кубогын яулай. Өлкәр баскетбол клубы шулай уҡ Евролига Кубогы һәм Корач Кубогының[11][6] сирек финалына сыға. Улькер ун йыл дауамында стадиондың Фенербахче Шюкрю Сараджоглу исемен йөрөтөү хоҡуғын яулай.[12]. Ул шулай уҡ Ülker спорт аренаһына бағыусы була[13] Бинесмен элек башҡа футбол клубтарына ла спонсор ярҙамы күрһәткән була, ләкин һуңынан спонсорлыҡ ярҙамын күрһәтеүҙе туҡтата[14].

Морат Өлкәр сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһын йыя. 2012 йылда Истанбулда уның финанс ярҙамы менән хәҙерге заман төрөк рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе үткәрелә.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Өлкәр Морат өйләнгән, өс балаһы бар һәм Истанбулда йәшәй[15].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.yildizholding.com.tr/tr/kurumsal/yonetim-kurulumuz (төр.)
  2. 2,0 2,1 2,2 https://www.politico.com/f/?id=0000017d-4764-df97-a9ff-ff7fb8a80000
  3. Forbes, Türkiye'nin en zengin insanları listesini açıkladı (билдәһеҙ). Mlliyet (1 март 2018).
  4. Murat Ülker 5. defa Türkiye'nin en zengini (билдәһеҙ). Turkiye (2 март 2018).
  5. Forbes milyarderler listesinde 40 Türk! Murat Ülker, Türklerde ilk sırada (билдәһеҙ). Gidahatti (6 март 2018). 2020 йыл 4 июнь архивланған.
  6. 6,0 6,1 Dünyanın en varlıklı insanları kimler? (билдәһеҙ). Super Haber TV (7 март 2018).
  7. Murat Ülker 'Evet' dedi: Aile geleneğimiz! (билдәһеҙ). Super Haber (11 апрель 2017).
  8. Ülker to become international Pladis (17 ғинуар 2016).
  9. Murat Ülker'den 'Ülker ve Pladis' açıklaması (билдәһеҙ). Sabah (3 ғинуар 2018).
  10. $24 Million Gift to Harvard School of Public Health to Establish Center for Nutrient, Genetic, and Metabolic Research, News (30 September 2014). 22 февраль 2017 тикшерелгән.
  11. Chris Waugh. Who is Murat Ulker? The Turkish billionaire linked with £220million Newcastle United takeover bid (17 октябрь 2017).
  12. Craig Johns. Who is Murat Ulker? A closer look at the Turkish businessman linked with buying Newcastle United (17 октябрь 2017).
  13. Murat Ülker: “Sabri Bey, Ülkerspor’un kuruluşuna, şampiyonluk şartıyla izin verdi.”.
  14. Yıldız Holding Başkanı, Ülker Grubu’nun sahibi Murat Ülker, geçtiğimiz yıl gündeme getirdiği futboldan çekilme düşüncesini uygulamaya koydu (15 октябрь 2015).
  15. Murat Ulker (ингл.). Forbes. Дата обращения: 4 июнь 2020.