Монастырь мәктәбе (Боженица)
Монастырь мәктәбе (болг. Килийный училищеһы) — иҫтәлекле урын. Көнбайыш Болгарияның Ботевград общинаһына ҡараған Боженица ауылында урынлашҡан мәктәп. Был мәктәп Ботевградтың иң боронғо мәктәптәренең береһе булып тора[1].
Монастырь мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1806 |
---|---|
Дәүләт | Болгария |
Административ-территориаль берәмек | Боженица[d] |
Рәсми сайт | museumbot.bg/branch |
Монастырь мәктәбе Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәСиркәү китаптары мәғлүмәттәре буйынса, Боженицала мәктәп төҙөлгәнгә тиклем үк уҡытыусылар булған. 1806 йылда мәктәп бинаһы төҙөлә һәм Болгарияла милли күтәрелеү осоро башлана. Мәктәптең беренсе уҡытыусыһы Стоян Кнезовский була, аҙаҡтан уға дин әһеле исеме бирелә. 1835 йылда Изге Параскева сиркәүе янында яңы мәктәп төҙөлә. Уның уҡытыусыларының күпселеге Боженица һәм уның тирәһендәге ауылдарҙың кешеләре була. Уҡытыусыларҙың эш хаҡы түбән була, шунлыҡтан улар үҙҙәренең уҡыусыларынан билдәле күләмдә аҙыҡ-түлек алған. Мәктәптә 80-дән 100-гә тиклем бала белем алған, уларҙың ҡайһы берҙәре тирә-яҡ ауылдарҙан бында йөрөп уҡыған. Башта мәктәптә бары тик дини предметтар: Часослов, псалом һәм Инжил- өйрәнгәндәр, әммә һуңыраҡ яҙыуға һәм математикаға өйрәнгәндәр. Кластар һәм төркөмдәр булмаған: уҡытыусы һәр уҡыусыны айырым уҡытҡан, ә шәмбе көнө бала үҙләштергән белемде тикшереү үткәрелгән. Дәрестәр ике өс сәғәткә тиклем дауам иткән. Уҡыусылар өсөн төшкө ашҡа бер-ике сәғәтлек тәнәфес бирелгән. Мәктәптә дисциплина ҡаты ҡуйылған, был тәртипте уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡәтғи үтәгән. Тәртип боҙған уҡыусылар өсөн язалар булдырылған: тура баҫып тороу, тубыҡланып тороу, ҡулдарына сыбыҡ менән һуғыу. Мәктәпте уҡыусылар үҙҙәре йыйыштырған. 1855 йылда мәктәп янып киткән. 1880 йылда яңы мәктәп бинаһы төҙөлә, ул беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. 1943 йылға тиклем мәктәп ғәмәлдә була[1].
2006 йылда мәктәп бинаһы Ботевград общинаһы һәм Боженица ауылы халҡы аҡсаһына реставрациялана. Хәҙер бында музей коллекциялары һаҡлана, улар Ботевград тарихи музейыныңфилиалы булып хеҙмәт итә.
Галереяһы
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Килийно училище с. Боженица . History museum, Botevgrad. Дата обращения: 20 май 2019. Ҡалып:Bg icon