Монар көпшәһе (рус. Болиголов, лат. Cónium)[1] — сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Монар көпшәһе
Бөрсөклө монар көпшәһе. Ырыуҙың өлгө күренеше. Сәскә атҡан үҫемлектең дөйөм күренеше
Бөрсөклө монар көпшәһе.
Ырыуҙың өлгө күренеше .
Сәскә атҡан үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Conium L.

Төр өлгөһө
Төрҙәр

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  g:2878
IPNI  ???

Таралышы

үҙгәртергә

4 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөрсөклө монар көпшәһе үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Урман ситтәрендә, ташландыҡ ерҙәрҙә, баҫыуҙарҙа, торлаҡ янында үҫә; республиканың бөтә биләмәһендә осрай. Ҡый үләне, ҡырҡыу сысҡан еҫе аңҡытҡан ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар бар.

Ботаник яҙма

үҙгәртергә
 
Бөрсөклө монар көпшәһенең сәскә атҡан осоро

Һабағы нескә бураҙналы, төҙ, тармаҡлы, буҙ төҫтәге ҡуныҡ һәм ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге таптар менән ҡаплпнған, бейеклеге 60—200 см. Аҫҡы япраҡтары ҡыуыш һаплы өс ҡауырһынлы; урта һәм өҫкөләре — вағыраҡ, ултырма тиерлек, тар еңсәле. Сәскәләре аҡ төҫтә, сәскәлеге — урамалары һәм ваҡ урамалары булған овал‑ланцет формалағы ҡатмарлы сатыр. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — боролмалы ҡырлы һалынҡы емеш, июль — сентябрҙә өлгөрә.

Токсикология

үҙгәртергә

Ағыуланғанда дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, кәүҙә торошо тотороҡһоҙлана, аяҡ-ҡулдар тартыша, ауыр тын алыу ауырлаша. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Сократ тап ошо үҫемлек менән ағыуланған[2].

Ырыуҙың 4 төрө иҫәпкә алынған[3] , шуларҙың ҡайһы берҙәре[4]:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Conium maculatum L. — Болиголов пятнистый. БИН РАН. Дата обращения: 3 август 2023.
  2. «„Энциклопедия Смерти. Хроники Харона“ Часть 2: Словарь избранных Смертей» на сайте Библиотекарь.ru. Дата обращения: 17 ғинуар 2010. Архивировано 28 октябрь 2009 года.
  3. По данным книги «Флора СССР» (см. раздел Литература).
  4. GRIN һәм NCBI сайттары мәғлүмәттәре буйынса (см. карточку растения).
  • Род 1423. Омег, Болиголов — Conium L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1950. — Т. XVI. — С. 225—229. — 648 с. — 3500 экз.
  • * Ҡалып:Анненков
  • Болиголов // Бари — Браслет. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 3).
  • Род 1423. Омег, Болиголов — Conium L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1950. — Т. XVI. — С. 225—229. — 648 с. — 3500 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Монар көпшәһе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә  (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2010)