Молчанов Андрей Юрьевич
Молчанов Андрей Юрьевич ( 24 сентябрь 1971 (52 йәш), Санкт-Петербург) — эшҡыуар, «ЛСР төркөмө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә нигеҙ һалыусы һәм мажоритар акционеры. Иҡтисад фәндәре докторы. Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе. Рәсәй сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре.
Молчанов Андрей Юрьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 сентябрь 1971 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, эшҡыуар, дәүләт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d][1], Федерация Советы ағзаһы[d] һәм Федерация Советы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Федерация Советы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Молчанов Андрей Юрьевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАндрей Молчанов 1971 йылдың 24 сентябрендә Ленинградта тыуған.
1993 йылда Санкт-Петербург дәүләт университетының иҡтисад факультетын, 1998 йылда — «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» һөнәре буйынса Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай.
1993 йылда Рәсәйҙәге иң эре төҙөлөш компанияларының береһе булған "ЛСР төркөмө"нә нигеҙ һала һәм 2007 йылға тиклем етәкселек итә.
2007 йылда Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
2008 йылда — Ленинград өлкәһе дәүләт власының башҡарма органынан Федерация Советы ағзаһы итеп һайлана.
2009—2011 йылдарҙа — БДБ эштәре буйынса Федерация Советы комитеты рәйесе.
2011 йылда — Ленинград өлкәһе дәүләт власының закондар сығарыу (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы итеп һайлана.
2011—2013 йылдарҙа — иҡтисади сәйәсәт буйынса Федерация Советы Комитеты рәйесе.
2013 йылдың 17 апрелендә Федерация Советынан ваҡытынан алда китә. 2013 йылдың апреленән 2015 йылдың апреленә тиклем «ЛСР төркөмө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе вазифаһын биләй.
2015 йылдың 18 майынан «ЛСР төркөмө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм «ЛСР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры вазифаһын биләй.
2016 йылдың 21 мартында төҙөлөштә үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаларҙың XI Бөтә Рәсәй съезында «Төҙөүселәрҙең милли берекмәһе» ассоциацияһы президенты итеп һайлана.
Ленинград өлкәһе Подпорожье ҡалаһының почетлы гражданы.
Милеге һәм килеме
үҙгәртергә2012 йылда 1,7 миллиард долларға торошло байлығы менән Рәсәйҙең 200 иң бай бизнесмендары исемлегендә 57-се урынды биләй (Forbes журналы версияһы буйынса)[2]. 2017 йылда 1,3 миллиард долларға торошло байлығы менән Рәсәйҙең иң бай бизнесмендары араһында 73-сө урынды биләй[3].
«Ведомости» гәзите мәғлүмәттәре буйынса, Италияла Молчановтың милкендә дөйөм майҙаны 899 м2 булған ике йорто һәм 5,2 мең м2 майҙанлы ер участкаһы бар[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Елизавета Молчанова[5].
Алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=6567
- ↑ 200 богатейших бизнесменов России — 2012Ҡалып:Мертвая ссылка
- ↑ Андрей Молчанов . Дата обращения: 25 декабрь 2017.
- ↑ Елена Мязина, Ирина Мокроусова. В каких странах у российских госслужащих есть недвижимость . Ведомости (20 август 2012). Дата обращения: 25 декабрь 2012.
- ↑ Секретные домохозяйки // Ведомости. Елена Мязина, Елизавета Осетинская. 23.07.2010, 135 (2653)