Молдавияла шарап яһау
Шарап индустрияһы Молдавияла яҡшы үҫеш алған. Йөҙөм баҡсаларының майҙаны яҡынса 147 000 гектар тәшкил итә, шуларҙың 102 500 гажвокаһы коммерция максаттарында ҡулланыла. Шараптарҙың байтаҡ өлөшө экспортҡа етештерелә. Күп ғаиләләрҙең үҙҙәренең рецепттары һәм йөҙөм сорттары бар, улар быуындан-быуынға тапшырыла.
Тарихы
үҙгәртергәАрхеологтар тапҡан ҡаҙылдыҡтар Молдавияла йөҙөмдөң яҡөынса 6 миллиондан 25 миллионға тиклем йылдар элек барлыҡҡа килгәнен раҫлай. Йөҙөмдө эшкәртеү һәм шарап ҡойоу Днестр менән Прут йылғалары араһындағы территорияла 4000-5000 йылдар элек барлыҡҡа килгән.
Йөҙөм үҫтереү һәм эшкәртеү Молдавия XIV быуатта феодаль дәүләт булып ойошҡандан һуң башлана һәм XV быуатта Бөйөк Штефан III хакимлыҡ иткән осорҙа ныҡлап йәйелдерелә. Урта быуат осоронда Молдав кенәзлегенең экспортҡа сығарылған тауарҙары араһында шарап төп урында була, был бигерәк тә Польша һәм Россия менән һатыу итеүгә ҡағыла. Осман империяһының 300 йыллыҡ иҙеүе аҫтында шарапсылыҡ Молдавияла закон менән тыйылған була.
1812 йылдағы Бухарест тыныслыҡ тураһындағы килешеүенән һуң шарап индустрияһы тергеҙелә башлай. Был осорҙа йөҙөмсөләргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә, һөҙөмтәлә 1837 йылда йөҙөм майҙандары Бессарабияла (хәҙерге Молдавия һәм Ҡара диңгеҙ буйҙарының бер аҙ өлөшө территорияһы) 14 000 гектарҙан артып китә, ә шарап етештереү — 12 миллион литрға барып етә. 1914 йылда Бессарабия йөҙөм үҫтереү һәм эшкәртеү буйынса Россияның иң ҙур төбәгенә әйләнә.
Ике донъя һуғышы йөҙөм индустрияһына ҙур зыян килтерә. Уны тергеҙеү Молдавияла совет осоронда 1950 йылдарҙа башлана. 10 йыл эсендә йөҙөм майҙаны 150 000 га етә һәм 1960 йылда уның дөйөм майҙаны 220 000 га була.
Үҙгәртеп төҙөү ваҡытында үткән алкоголгә ҡаршы кампания осоронда ла йөҙөм үҫтереү һәм эшкәртеү эшенә етди зыян килтерелә, был инфраструктура юҡҡа сығарыла яҙа.
2005 йылда йөҙөм баҡсалары Молдавияның 147 мең гектар ерен биләй, йәки барлыҡ ауыл хужалығы ерҙәренең 7,4% алып тора, ул бөтөн донъяла был культураға бирелгән майҙандың 2,3% тәшҡил итә. Республика шарап етештереүсе илдәр араһында экспорт күләме буйынса 7 урынды алып тора (бөтә донъя күләменең 4%). Был өлкәлә Молдавия Германия, Аргентина һәм Португалияны артта ҡалдыра. Аҡсалата эквивалентын алғанда 12 -се урында (бөтә донъя экспорт күләменең 1.4 %).
2006 йылда Россия менән булған сәйәси конфликт молдава шараптарын илгә индереүҙе тыйыуға килтерә. Өс йылдан һуң был ҡарар юҡҡа сығарыла.[1]
Молдавия коньяктарының вин һәм шараптарының ҡыҫҡаса исемлеге
үҙгәртергәҠоро ординар аш шараптары
үҙгәртергә- Papa нягрэ (rara neagra)
- Онешты (Onesti)
- Рислинг (Risling)
- Семильон (Semilion)
- Мускат (Muscat)
- Пино (Pino)
- Каберне (Caberne)
- Саперави (Saperavii)
Маркалы ҡоро аш шараптары
үҙгәртергә- Алиготе
- Негру де Пуркарь
- Рошу де Пуркарь
- Фетяска Каберне Рислинг
Ярым татлы аш шараптары
үҙгәртергә- Флоаря вией
- Норок
- Примэвара
Ҡаты ординар шараптар
үҙгәртергә- Портвейн розовый
- Портвейн белый
- Мадера
- Лучафэр
- Херес
- Буджакское
- Вермут десертный розовый
- Вермут десертный красный
- Букет Молдавии[1]
Маркалы
үҙгәртергә- President
- Chisinau
- Codru
- Doina
- Moldova
- Nistru
- Лучезарный
- Сюрпризный
Ординар
үҙгәртергә- Aroma
- Белый аист
Төп етештереүселәр
үҙгәртергә- Крикова (Cricova)
- Малые Милешты (Mileştii Mici)
- Кирсово (Кирсово) INVINPROM SRL
- Дионисос Мерень (Dionysos Mereni) — Carlevana премиум-шараптарын етештереүсе
Chateau Vartely - Пуркарь (Vinaria Purcari) — билдәле пуркар шараптары Негру де Пуркарь һәм Рошу де Пуркарҙарҙы етештереүсе
- Винария Боставан
- Acorex
- Aurvin (Дионис Клуб)
- Lion Gri
- Vitis Hincesti
- Aroma — коньяктар етештереүсе
- Barza Albă — коньяктар етештереүсе
- Interalco
- KVINT — коньяктар етештереүсе
- Mold-Nord - шараптар һәм ҡаты спиртлы эсемлектәр етештереүсе
Шарап баҙҙары
үҙгәртергәМолдавия шараптарының "Бәләкәй Милешты" ("Mileştii Mici") коллекцияһы үҙ эсенә 1,5 миллион шешә алған, Гиннес рекордтар китабының мәғлүмәттәре буйынса ул Европала иң ҙур коллекция. Уның шарап баҙҙары 200 км һуҙылған, шуның бары тик 50 км ғына хәҙерге ваҡытта ҡулланыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Молдавская кулинария. Н. Питимирова, М. Аваева, Е. Еронина. Кишинев, издательство «Картя Молдовеняскэ», 1971 год.
- ↑ Классификация дивинов (коньяков) 2013 йыл 26 апрель архивланған.на сайте VinMoldova.md
Тышҡы һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәте
үҙгәртергә- Энциклопедия виноградарства, Кишинёв, Главная редакция Молдавской советской энциклопедии, 1986