Миһеле (күл)
Миһеле — Башҡортостандың Учалы районындағы күл. Миндәк йылғаһы бассейынына ҡарай.
Озеро | |
Миһеле | |
---|---|
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 167 м |
Үлсәме | 1,7 × 1,5 км |
Майҙаны | 2,6 км² |
Күләме | 9,4 млн км³ |
Яр һыҙаты | 5,8 км |
Иң тәрән урыны | 3,6 м |
Уртаса тәрәнләк | 1,8 м |
Гидрология | |
Тоҙлолоғо | сөсө ‰ |
Урынлашыуы | |
54°01′43″ с. ш. 58°48′14″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 12010000111112200000362 | |
Күл Учалы районы Миндәк ауылы янында ята.
Тасуирлама
үҙгәртергәКүл өҫтө майҙаны 2,6 км², оҙонлоғо 1,7 км, уртаса киңлеге 1,5 км, уртаса тәрәнлеге 3,6 м (максималь 5,3 м), һыу күләме 9,4 млн м³, һыу йыйыу майҙаны 12 км².
Составы
үҙгәртергәТектоик күл, ордовик (перидотит), урта һәм өҫкө девон (эффузив, саҡматаш), карбон (терриген‑карбонатлы ҡатламдар, диорит), неоген һәм дүртенсел система (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған. Тымыҡ күл, төньяҡ яры буйлап Табылғашты йылғаһы аға. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы сөсө. Күл эвтрофлы, үтәләй туңыусан. Көньяҡ һәм төньяҡ ярҙары һөҙәк, көнбайыш һәм көнсығышы — текә.
Ландшафт
үҙгәртергәЛандшафы ҡайын урманынан һәм болонло далаларҙан тора. Яр буйында ат ҡуҙғалағы, күл ҡамышы, юл япрағы, ябай ҡамыш һ.б. үҫә. Күлдә алабуға, карп, суртан, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәМиһеле (күл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.