Шәрипов Миҙхәт Вилдан улы

журналист
(Миҙхәт Вилдан улы Шәрипов битенән йүнәлтелде)

Шәрипов Миҙхәт Вилдан улы (8 июль 1948 йыл) — журналистика ветераны, «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» республика гәзиттәренең элекке үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Шәрипов Миҙхәт Вилдан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Миҙхәт Вилдан улы Шәрипов 1948 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған[1].

1971 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай.

1971-1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәт бурысын үтәй: университетта уҡығанда тейешле әҙерлек алғанлыҡтан, Байкал аръяғы хәрби округында офицер вазифаһын башҡара һәм ике йыл дауамында мотоуҡсылар взводы командиры була.

Запасҡа ҡайтарылғандан һуң 1974 йылда журналистикала оҙайлы эшмәкәрлеген башлай һәм 2012 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы республикабыҙ матбуғат сараларында хеҙмәт һала. «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» республика гәзиттәренең көнбайыш райондар буйынса үҙ хәбәрсеһе бурыстарын башҡара.

Фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған[1].

Журналистика ветераны хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ҡәләмен ташламай: республика гәзит һәм журналдарында бөгөн дә көнүҙәк мәҡәләләр менән сығыш яһай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә