Михайлова Надежда
Михайлова Надежда (болг. Надежда Михайлова, тулы исеме Надежда Николова Михайлова, икенсегә кейәүгә сыҡҡандан һуң фамилияһы — Нейнски; 1962) — болгар сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре.
Михайлова Надежда | |
болг. Надежда Николова Михайлова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2][3] |
---|---|
Гражданлыҡ | Болгария |
Тыуған көнө | 9 август 1962[4][5] (62 йәш) |
Тыуған урыны | София, Болгария[6][7][4] |
Хәләл ефете | Светлин Нейнски[d] һәм Камен Михайлов[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | министр иностранных дел Болгарии[d][8], депутат Европейского парламента[d][9], Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][10], депутат Народного собрания Болгарии[d][4], депутат Народного собрания Болгарии[d][4], депутат Народного собрания Болгарии[d][4], депутат Народного собрания Болгарии[d], депутат Народного собрания Болгарии[d] һәм представитель в Парламентской ассамблее Совета Европы[d][10] |
Уҡыу йорто |
Софийский университет[d] Alphonse-de-Lamartine High School[d] |
Әүҙемлек урыны | Страсбург, Брюссель һәм Анкара |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Союз демократических сил[d] һәм Голубая коалиция[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Михайлова Надежда Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМихайлова Надежда 1962 йылдың 9 авгусында Софияла тыуа.
Иван Денкоглу исемендәге 127-се София урта мәктәбендә белем ала. Һуңынан «Alphonse de Lamartine» 9-сы француз мәктәбендә испан телен өйрәнә. 1985 йылда София университетының филология факультетын тамамлай.
Болгарияла демократик үҙгәрештәр башланғас, испан шиғриәтен, инглиз әҙәбиәтен тәржемә итә һәм бойондороҡһоҙ журналист булып эшләй. Тормошҡа сыҡҡандан һуң, ире менән бергә Мысырҙа эшләй, унда ире — Камен Михайлов «Техноэкспорт» тышҡы сауҙа компанияһы етәксеһе урынбаҫары була.
Үҙенең сәйәси эшмәкәрлеген 1989 йылда тергеҙелгән Демократик көстәр союзына ингән Радикал-демократик партияла башлай. 1991 йылдағы һайлау алды кампанияһында СДС матбуғат үҙәгенә етәкселек итә, ә һайлауҙан һуң Филип Димитров хөкүмәтенең матбуғат-үҙәге башлығы була. 1994 йылда Болгария Халыҡ йыйылышы депутаты итеп һайлана. 1995 йылдың апрелендә СДС рәйесе урынбаҫары була. 1997 йылда ҡабаттан Халыҡ йыйылышы депутаты итеп һайлана, әммә Иван Костов (1997—2001) хөкүмәтендә сит ил эштәре министры булып эшләй башлай. 1999 йылдан 2006 йылға тиклем Европа халыҡ партияһында (ЕНП) вице-президент һәм ЕНП-дың халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса комитеты рәйестәше була.
2001 йылда Надежда Михайлова йәнә Болгария Халыҡ йыйылышы депутаты итеп һайлана, унда, 2004 йылда СДС коалицияһы тарҡалғандан һуң, Берләшкән демократик көстәр (ОДС)парламент төркөмө рәйесе була. 2002 йылдың 11 мартында ОДС рәйесе итеп һайлана. 2005 йылда сираттағы тапҡыр Халыҡ йыйылышы депутаты итеп һайлана.
2004 йылда Надежда Михайлова Көньяҡ-Көнсығыш Европала Демократия һәм тотороҡлолоҡ институты рәйесе була. 2006 йылдан алып Демократия өсөн коалицияның Халыҡ-ара консультатив советы һәм Көньяҡ хеҙмәттәшлек советы ҡарамағындағы Көньяҡ Судан әйҙәүсе советы түңәрәк өҫтәленең консультатив төркөмө ағзаһы булып тора.
2007 йылдан Болгарияла Бәләкәй һәм урта предприятиелар союзы рәйесе булып тора (Съюза на малките и средни предприятия в България). Ошо уҡ йылда Бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың Европа халыҡ партияһы вице-президенты итеп һайлана.
2009—2014 йылдарҙа Европарламент депутаты була. 2015 йыл урталарынан Болгарияның Төркиәләге илсеһе[11].
Надежда Михайлованың наградалары араһында почетлы легион ордены (дөйөм Европа эшен һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн орден кавалеры), башҡа Европа илдәренең бүләктәре.
Ғаиләһе
үҙгәртергә1983 йылда Надежда Камен Михайловҡа кейәүгә сыға, уларҙың ике ҡыҙы — Нина һәм Виолетта тыуа. Камен мпенән Надежда 2006 йылда айырылыша.
2009 йылдың 3 октябрендә икенсе тапҡыр Светлин Нейнскиға — Европарламент депутаты һәм бизнесменға кейәүгә сыға, никахлашыу Болгарияның Мадридтағы илселегендә үтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.nytimes.com/2007/10/05/world/europe/05iht-bulgaria.4.7773739.html?pagewanted=all
- ↑ http://www.tandfonline.com/doi/pdf/10.1080/10646170902869429
- ↑ http://news.bbc.co.uk/2/hi/europe/342866.stm
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 https://www.strazha.bg/mps/nadezhda-nikolova-mihaylova
- ↑ Nadezhda MIKHAILOVA // https://pace.coe.int/en/members/3517 (ингл.)
- ↑ http://www.sofiaecho.com/article/bulgarian-parliament-elects-former-foreign-minister-as-deputy-speaker/id_30713/catid_66
- ↑ http://www.esiweb.org/enlargement/?cat=39
- ↑ Надежда Михайлова // (unspecified title)
- ↑ Members of the European Parliament, Членове на Европейския парламент, Diputados al Parlamento Europeo, Poslanci Evropského parlamentu, Medlemmer af Europa-Parlamentet, Mitglieder des Europäischen Parlaments, Euroopa Parlamendi liikmed, Βουλευτές του Ευρωπαϊκού Κοινοβουλίου, Députés au Parlement européen, Feisirí Pharlaimint na hEorpa, Zastupnici u Europskom parlamentu, Deputati al Parlamento europeo, Eiropas Parlamenta deputāti, Europos Parlamento nariai, Az Európai Parlament képviselői, Il-Membri tal-Parlament Ewropew, Leden van het Europees Parlement, Posłowie do Parlamentu Europejskiego, Deputados ao Parlamento Europeu, Deputații în Parlamentul European, Poslanci Európskeho parlamentu, Poslanci Evropskega parlamenta, Euroopan parlamentin jäsenet, Europaparlamentets ledamöter (билдәһеҙ)
- ↑ 10,0 10,1 https://pace.coe.int/en/members/3517 (ингл.)
- ↑ Trailblazing Women: Nadezhda Neynsky, Ambassador of Bulgaria to Turkey