Михаил Вербицкий һәйкәле (Львов)

Михаил Вербицкий һәйкәле — композитор, Украина гимны «Ще не вмерла України…» музыкаһы авторы Михаил Вербицкийҙың һәйкәле Львов ҡалаһында урынлашҡан. Һәйкәл Бандера һәм Вербицкий урамдары сатына ҡуйылған. Был инде Вербицкийҙың икенсе һәйкәле, беренсе һәйкәле Яворов (Украинаның Львов өлкәһе) ҡалаһында, Львовтан көнбайышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Һәйкәлдең ҡуйылыу хаҡы 0,78 миллион гривна[1] (Өлкә советы рәйесе урынбаҫары В. Пятак һүҙҙәре буйынса урындағы үҙидара органдары һәйкәлде финанслауҙы күҙҙә тотоу өсөн үҙҙәренең бюджетына төҙәтмәләр индерә)[2]). Һәйкәл 2015 йылдың 27 декабрендә асыла. Асыу тантанаһына өс йөҙ тирәһе кеше килә[3]. Сара һәйкәлгә сәскәләр һалыу һәм ҡаланың сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең сығыштары менән тамамлана[4]. Һәйкәлде асҡандан һуң концерт үтә[5].

Михаил Вербицкий һәйкәле
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Львов
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Бейеклеге/буйы 2,9 метр
Карта

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Иҫтәлекле композиция бронзанан яһалған Вербицкийҙың скульптураһынан, шулай уҡ гранит стеланан тора, стелала украин гимны көйөнөң ноталары уйып яҙылған[6]. Стелала шулай уҡ аҡ мәрмәрҙән Украина картаһы һүрәтләнгән[7]. Композицияның баштағы бейеклеге 3.5 м [7][8], әммә һуңынан 2.9 м тиклем ҡыҫҡартыла. Һәйкәл тирәләй сквер төҙөкләндереү күҙаллана[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә