Минкә (станция ҡасабаһы, Силәбе өлкәһе)
Минкә — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округына ингән тимер юл станцияһы ҡасабаһы.
Минкә | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡытаутамаҡ ҡала округы[1] |
Халыҡ һаны |
604 кеше (2002)[2], 495 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456051 һәм 456050 |
Географияһы
үҙгәртергәЙүрүҙән йылғаһы ярында урынлашҡан. Ҡасабала шул уҡ Минкә исемле туҡталҡа пункты бар. Ҡытаутамаҡҡа тиклем алыҫлығы — 6 км.
Минкә станцияһының рельефы таулы, ауылдан көнсығышта — Башташ тау армыттары, көньяҡ-көнсығышында — Козлов тауы (482 м).
Ландшафы — ҡарағас һәм япраҡлы аастар менән аралашҡан аҡһыл ылыҫлы ҡарағай урмандары зонаһы[4].
Топонимикаһы
үҙгәртергәСиләбе топонимисы Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә былай тип яҙған:
«Минйылға (Мәнйылға), бәләкәй йылға, Эҫем йылғаһының уң ҡушылдығы, ҡасаба, Әшә районы; Минә, Үрге һәм Түбәнге йылғасыҡтар, Минйәр йылғаһының уң ҡушылдығы, Эҫем бассейны; Минкә, йылғасыҡ, Йүрүҙәндең уң ҡушылдығы, обгон, пункт, ҡасаба, 1779 йылда Минкә металлургия заводы булараҡ нигеҙләнгән ауыл; Ҡытау-Ивановск районының Минкә тауы; Минйәр, йылға, Эҫемдең уң ҡушылдығы; 1784 йылда нигеҙләнгән район ҡарамағындағы ҡала; Мини, йылғасыҡ, Әшә йылғаһының уң ҡушылдығы, Эҫем бассейны, 1867 йылда нигеҙләнгән ҡасаба, Әшә районы»
Мин-Елга (Мань-Елга), речка, правый приток Сима, поселок, Ашинский район; Миня, Верхняя и Нижняя речки, правый приток Миньяра, бассейн Сима; Минка, речка, правый приток Юрюзани, обгон, пункт, поселок, село, основанное в 1779 г. как Минский металлургический завод; Минская гора, Катав-Ивановский район; Миньяр, река, правый приток Сима; город районного подчинения, основанный в 1784 г.; Мини, речка, правый приток Аши, бассейн Сима, поселок, основан в 1867 г., Ашинский район[5]
Һәм топонимды мең ҡәбиләһенә бәйләп аңлата. Әммә Минкә урынлашҡан ерҙәр Түбәләҫ һәм Көҙәй ырыуҙары ерҙәре сигендә урынлашҡаны бындай аңлатманы ҡабул итергә нигеҙ була алмай. Көҙәйҙәрҙә Миндеш ауылы бар, бәлки, шул атама менән уртаҡлығы барҙыр.
Тарихы
үҙгәртергәҺамар—Златоуст тимер юлын төҙөү ул замандың иҡтисади үҫеше өсөн бик әһәмиәтле була. Өфө—Златоуст араһында ғына 3 йөҙгә яҡын төрлө ҡоролма — күперҙәр, һыуайырғыстар, нығытыу дамбалары, терәүҙәр төҙөлә. Эҫем һәм Йүрүҙән йылғалары аша ҙур тимер күперҙәр һалына. Билдәле урыҫ инженеры, профессор А. Белелюбский ошо проекттарҙың авторы була.
Магистраль бик ҡыҫҡа срокта төҙөлә. 1888 йылдың сентябренән — Һамарҙан Өфөгә, 1890 йылдың 8 сентябренән Златоустҡа тиклем хәрәкәт асыла, 25 октябрҙә тәүге поезд Силәбегә килә. Трасса Урал һырттарын киҫеп үтеп, Көнбайыш Себергә һуҙыла[6].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
604 | ↘495 |
бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ һаны 2010 йылда 495 кеше (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ 234 261) тәшкил итә.
Урамдары
үҙгәртергәҠасабала 11 урам һәм 1 тыҡрыҡ бар[9].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- https://yandex.ru/maps/geo/selo_minka/53154185/?ll=58.227469%2C55.003612&source=wizgeo&utm_medium=maps-desktop&utm_source=serp&z=16 Минкә ауылы картала
- Шувалов От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- «Южно-Уральская железная дорога» на сайте «Рустрана» 2021 йыл 23 апрель архивланған.
- Вязовой — ЮУЖД станцияһы http://chel-portal.ru/enc/vyazovaya Силәбе өлкәһе порталы. Вязовая
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ https://yandex.ru/maps/geo/selo_minka/53154185/?ll=58.227469%2C55.003612&source=wizgeo&utm_medium=maps-desktop&utm_source=serp&z=16 Минкә ауылы картала
- ↑ Шувалов От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ «Южно-Уральская железная дорога» на сайте «Рустрана» 2021 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Усть-Катав г. → Минка ж/д станция