Минйәр (станция)
Минйәр — (рус. Миньяр) Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлеге тимер юлы станцияһы, Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһында Вокзал урамында урынлашҡан.
Минйәр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Минйәр |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Хеҙмәтләндереүсе | Рәсәй тимер юлдары |
Рәсми асылыу датаһы | 1890 |
Киләһе туҡталыш | 1740 км[d] һәм Биянка[d] |
Тимер юл һыҙаты | Черниковка — Кропачёво[d] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 656001 |
Минйәр Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәБер фараз буйынса атама үҙенең исемен Минйәр йылғаһының төрки исеменән алған. Минйәр — текә яр, соҡор («мең» — «яр» — соҡор, текә яр)[1][2]. Минйәр ҡалаһы 7 тау араһында урынлашҡан һәм теләһә ҡайһы тауҙан ҡала соҡорҙа һымаҡ күренә. Икенсе фараз буйынса, топоним башҡорттарҙың меңдәр (меңнәр) этнонимынан килеп сыҡҡан тип бәйән ителә[3].
Мәғлүмәт
үҙгәртергәСтанцияға 1890 йылда Һамар-Златоуст тимер юлы төҙөлөшө барышында нигеҙ һалына. Был станция 3-сө класҡа ҡарай. Минйәрҙән поезда ғына түгел, электричкала ла китергә мөмкин. Электричкалар станцияға көн һайын килә. Поездар йышыраҡ иртәнсәк килә. Вокзалы — бер ҡатлы бина. Ике платформа, шулай уҡ 7 юл бар. Минйәрҙән Силәбегә тиклем ара 357 километр тәшкил итә[4].
Станцияла бөтә төр пассажирҙар һәм йөк эштәре башҡарыла: инеү юлдарында йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү, склад операцияларына вагонлы хеҙмәт күрһәтеү, урындағы һәм алыҫ араларға йөрөүсе поездарға билет һатыу, багаж операциялары.
1969 йылда станцияны реконструкциялау үткәрелә, уның барышында уҡтарҙы һәм сигналдарҙы электрлаштырыу үҙәкләштереүе һәм пассажирҙарҙы радиомәғлүмәт менән тәьмин итеү, маневрҙарҙа радиоэлемтә; тауар контораһында телетайп ҡуйыу эштәре үтә; пассажирҙарҙы капиталь ремонт үткән вокзалда хеҙмәтләндерә башлайҙар[5].
Алыҫ араға хәрәкәт
үҙгәртергә2020 йылғы график буйынса станция аша алыҫ араға түбәндәге поездар йөрөй:
Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте
үҙгәртергә№ поезд | Хәрәкәт маршруты | № поезд | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
11 | Владивосток — Һамар | 12 | Һамар — Владивосток |
87 | Нижневартовск — Һамар | 88 | Һамар — Нижневартовск |
101 | Нижневартовск — Пенза | 102 | Пенза — Нижневартовск |
331 | Яңы Уренгой — Өфө | 332 | Өфө — Яңы Уренгой |
391 | Силәбе — Мәскәү | 392 | Мәскәү — Силәбе |
Миҙгелле поезд хәрәкәте
үҙгәртергә№ поезд | Хәрәкәт маршруты | № поезд | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
455 | Силәбе — Новороссийск | 456 | Новороссийск — Силәбе |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шувалов Н. И. Мин-Елга // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ А.К. Матвеев. Географические названия Урала: краткий топонимический словарь. — Средне-Уральское книжное изд-во, 1987. — С. 118. — 206 с.
- ↑ Е.М. Поспелов. Географические названия России. — Книжная находка, 2003. — С. 192.
- ↑ ЖД станция Миньяр
- ↑ Станция железной дороги - Миньяр. Сайт города Аша и Ашинского района.Дата обращения: 21 июля 2016.