Мина Урган (14 май 191615 июнь 2000 йыл) — төрөк тәржемәсеһе, яҙыусы, университет уҡытыусыһы һәм социалист.

Мина Урган
төр. Mina Urgan
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә[2]
Тыуған көнө 1 май 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 15 июнь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Ерләнгән урыны Ашиян[d]
Атаһы Tahsin Nahit[d]
Хәләл ефете Cahit Irgat[d]
Балалары Mustafa Irgat[d] һәм Zeynep Irgat[d]
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө тәржемәсе
Эш биреүсе Истанбул университеты[d]
Уҡыу йорто Лицей Богоматери в Сионе[d]
Роберт-колледж[d]
литературный факультет Стамбульского университета[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Мина Урган 1916 йылдың 14 майында Истанбулда шағир Тахсин Нахит һәм уның ҡатыны Шәфикә ғаиләһендә тыуған[3]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, тыуған көнө датаһы 1915 йылдың 1 майы булып тора[4]. Минаға өс йәш булғанда атаһы вафат була, әсәһе икенсе тапҡырға яҙыусы һәм журналист Фәлих Рыфкы Атайға кейәүгә сыға. 1934 йылда Төркиәлә фамилиялар тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң үгәй атаһының яҡын дуҫы Нәжип Фазыл Кысакүрек уға «социалистик кәйефле ҡыҙҙы берәй ҡасан барыбер аҫасаҡтар» тип ирония менән әйтеп, «Урган» (төр. Urgan һүҙмә-һүҙ бау) фамилияһын алырға кәңәш итә[5].

Мина «Lycée Notre Dame de Sion Istanbul», аҙаҡ Арнавуткейҙа ҡатын-ҡыҙ көллиәтен тамамлай. Төркиәлә беренсе саңғысы һәм йөҙөүсе була. Истанбул университетын тамамлай, унда француз филологияһын өйрәнә. Француз әҙәбиәте өлкәһендә ғилми дәрәжә ала, шунан һуң инглиз филологияһы өлкәһендәге фәнни эштәрен дауам итә. 1949 йылда «Арлекины в театре эпохи Елизаветы I Английской» эше өсөн ассоциациялы профессор дәрәжәһен ала. 1960 йылда профессор дәрәжәһен ала[3][4]. Университетта 1977 йылға тиклем эшләй[6].

Яҙыусы карьераһыҮҙгәртергә

Төрөк теленә Томас Мэлори, Филдинг Генри, Оноре де Бальзак, Олдос Хаксли, Грэм Грин, Уильям Голдинг, Джон Голсуорси һәм Шекспирҙың әҫәрҙәрен тәржемә итә[6]. Минаға билдәлелекте Bir Dinazorun Anıları («Воспоминания динозавра») автобиографияһы килтерә. Ул 1998 йылда баҫылып сыға һәм бер нисә аҙна эсендә бестселлер исемлегендә ҡала[4][7]. 1999 йылда Мина тағы бер уңышлы Bir Dinazorun Gezileri («Путешествия динозавра») автобиографияһын баҫтырып сығара[8].

1993 йылда «Golden Book Award» премияһын ала. Вирджиния Вульф тураһында эше өсөн 1995 йылда ул Седат Симави әҙәби премияһын ала, 1996 — «Association of People of Letters Honor Award» премияһын[4].

Сәйәси карьераһыҮҙгәртергә

Сәйәси эшмәкәрлегенең башы 1960 йылға ҡарай[4]. Демократик социалистик Төркиә эшселәр партияһы (TIP) һәм Теләктәшлек һәм азатлыҡ партияларына инә (ÖDP). 1999 йылда Теләктәшлек һәм азатлыҡ партияһынан парламентҡа кандидатураһын ҡуя[9], әммә кәрәкле тауыш һаны йыя алмай[10]. .

Шәхси тормошоҮҙгәртергә

Мина Урган актёр һәм шағир Джахит Ыргатта (1916—1971) кейәүҙә була. Һуңыраҡ ирле-ҡатынлы айырылыша. Минаның улы шағир һәм рәссам Мостафа Ыргат (1950—1995) һәм ҡыҙы актриса Зәйнәп Ыргат[4].

Мина Урган 2000 йылдың 15 июнендә 84 йәшендә Истанбулда вафат була[3]. Ашиян зыяратында ерләнә, ерләүҙә бик күп яҙыусылар һәм сәнғәт кешеләре була[11].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Bibliothèque nationale de France Record #15899725j // BnF catalogue général (фр.)Paris: BnF.
  3. 3,0 3,1 3,2 Mina Urgan yaşamını yitirdi (Turkish) (17 июнь 2000). 16 июль 2017 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Mina Urgan Kimdir? Hayatı, Edebi Kişiliği, Eserleri  (төр.). Türk Dili ve Edebiyatı. 16 июль 2017 тикшерелгән.
  5. "Bir Dinazorun Hayatı: Mina Urgan (Turkish) (11 июнь 2010). 17 июль 2017 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 Mina Urgan  (төр.). Biyografi. 17 июль 2017 тикшерелгән.
  7. Bir Dinozorun Anıları  (төр.). goodreads. 17 июль 2017 тикшерелгән.
  8. Bir Dinozorun Gezileri  (төр.). Yapı Kredi yayınları. 17 июль 2017 тикшерелгән.
  9. ÖDP’nin ağır topları (Turkish) (3 март 1999). 17 июль 2017 тикшерелгән.
  10. Genel Seçim 1999 (Turkish). 17 июль 2017 тикшерелгән.
  11. "Dinozor" dini törenle uğurlandı (Turkish) (19 июнь 2000). 17 июль 2017 тикшерелгән.