Мина Кешвар Камаль
Мина Кешвар Камаль (пушту مينا کشور کمال Мина булараҡ киң билдәле; 27 февраль 1956 йыл — 4 февраль 1987 йыл) — афған феминисткаһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшсе һәм Афғанстан ҡатын-ҡыҙҙарының революция ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, 1987 йылда сәйәси маҡсатта үлтерергә маташыу һөҙөмтәһендә һәләк була.
Мина Кешвар Камаль | |
пушту مينا کشور کمال | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил |
Республика Афганистан[d] |
Тормош иптәше | |
Мина Кешвар Камаль Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәМина Кешвар Камаль 1977 йылда Кабул университеты студенты булараҡ[1] Афғанстан ҡатын-ҡыҙҙарының революцион ассоциацияһы (RAWA) нигеҙ һала, ассоциацияның бурысы — ҡатын- ҡыҙҙарҙың тиңлеге һәм белем алыуға хоҡуғы өсөн көрәш, ә билдәләнгән маҡсаты — «иҙелгән Һәм үҙ фекерҙәренән мәхрүм булған Афғанстан ҡатын-ҡыҙҙарына тауыш биреү». 1979 йылда, уның фекеренсә,1979 йылда, уның фекеренсә, СССР-ҙан идара ителгән марионеткалы Афғанстан хөкүмәтенә ҡаршы кампания үткәрә. 1981 йылда ике телле Payam-e-Zan («Послание женщины») феминистик журнал, сығара[2]. Шулай уҡ ҡасаҡ балаларға һәм уларҙың әсәләренә ярҙам итеү, медицина ярҙамы күрһәтеү һәм практик күнекмәләргә өйрәтеү өсөн Watan Schools ойоштора[3].
1981 йылдың аҙағында Франция хөкүмәте саҡырыуы буйынса Мина Франция Социалистик партияһы съезында Афғанстан ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте вәкиле булып сығыш яһай. Борис Пономарёв етәкселегендәге совет делегацияһы, еңеү ишараһында ҡулын күтәргән Минаны ҡатнашыусылар дәррәү сәләмләгәс, залдан сығып китә[4].
2006 йылдың 13 ноябрендә «Time» журналы махсус сығарылышта Минаны «60 азия геройҙары» исемлегенә индерә һәм унда былай тип яҙыла: «Уға үлгәндә 30 йәш кенә булһа ла, Мина ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн белем көсөнә нигеҙләнгән афған хәрәкәте орлоҡтарын сәсеп өлгөрә»[5].
Үлеме
үҙгәртергәМина Камаль 1987 йылдың 4 февралендә Кветтала (Пакистан) үлтерелә. Үлтереүселәрҙең шәхесе тураһында фекерҙәр төрлөсә, ләкин киң мәғлүмәт саралары фаразлауынса, ул ХАД (дәүләт именлеге министрлығы), Афғанстандың махсус хеҙмәте агенттары, йә иһә фундаменталист-мөжәһиттәрҙең лидеры Гөлбеддин Хекматийәр була[1][6].
Камаль 1986 йылдың 12 ноябрендә Хекматийәр агенттары тарафынан үлтерелгән Афғанстанды азат итеү Маоистик ойошмаһы[7] лидеры Фәиз Әхмәдтә кейәүҙә була[8]. Уларҙың өс балаһы була, уларҙың ҡайҙалығы әлегә билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Afghan feminists fighting from under the burqa . Дата обращения: 13 июнь 2011. Архивировано 20 сентябрь 2012 года.
- ↑ پیام زن، نشریه جمعیت انقلابی زنان افغانستان — راوا . Дата обращения: 15 июль 2022. Архивировано 12 июль 2017 года.
- ↑ Brave Women in a War-Torn World: RAWA and Afghanistan . Дата обращения: 13 июнь 2011. Архивировано из оригинала 7 апрель 2020 года. 2020 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Biography of Martyred Meena, RAWA’s founding leader . Дата обращения: 13 июнь 2011. Архивировано 7 сентябрь 2008 года.
- ↑ TIME Magazine | 60 Years of Asian Heroes: Meena
- ↑ BBC News | SOUTH ASIA | Afghan activist’s killers hanged . Дата обращения: 13 июнь 2011. Архивировано 13 март 2007 года.
- ↑ Brodsky, 2003
- ↑ Models and Realities of Afghan Womanhood: A Retrospective and Prospects 2012 йыл 13 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Melody Ermachild Chavis. Meena — Heroine of Afghanistan. — New York: St. Martin's Press, 2003. — ISBN 0-312-30689-X.
- Brodsky, Anne E. With all our strength : the Revolutionary Association of the Women of Afghanistan. — New York: Routledge, 2003.