Милтон-Кинс (унитар берәмек)

Милтон-Кинс (ингл. Milton Keynes) — Англияның район статуслы унитар берәмеге (ингл. borough), Бакингемшир тантаналар графлығында, Көньяҡ-Көнсығыш Англияның иң төньяҡ төбәк территорияһында, урынлашҡан. Милтон-Кинс административ үҙәге Милтон-Кинс ҡала унитар берәмегенең өстән бер өлөшөн алып тора, унда район халҡының 90 проценты йәшәй.

Милтон-Кинс
Нигеҙләү датаһы 1 апрель 1997
Дәүләт  Бөйөк Британия
Административ үҙәк Милтон-Кинс
Административ-территориаль берәмек Бакингемшир[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Milton Keynes.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Milton Keynes[d]
Хөкүмәт башлығы Martin Petchey[d]
Башҡарма власть office of the Mayor of Milton Keynes[d]
Етәксе орган Milton Keynes Council[d]
Закондар сығарыу органы council of Milton Keynes Council[d]
Халыҡ һаны 268 607 кеше (2018)[1]
Майҙан 308,6267 км² (2016)[2]
Почта индексы MK
Рәсми сайт miltonkeynes.gov.uk
Урынлашыу картаһы
Карта
 Милтон-Кинс Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Милтон-Кинс унитар берәмегенең майҙаны 308 квадрат километр, ул көньяҡ-көнбайышта Бакингемшир тантаналар графлығы, төньяҡ-көнбайышта Нортгемптоншир графлығы һәм көнсығышта Бедфордшир графлығы менән сиктәш.

Элекке Блечли, Ньюпорт Пэгнелл, Вулвертон һәм Винг, Ньюпорт Пэгнелл ауыл райондарының ҡушылыуынан 1974 йылдың 1 апрелендә ойошторолған район. Был яңы районында Милтон-Кинс ҡалаһы төҙөлгән.

Милтон-Кинс Бакингемшир графлығындағы биш метрополь булмаған графлыҡтың береһе булып тора. Ул 1997 йылдың 1 апрелендә графлыҡ советына буйһонмаусы унитар берәмек итеп үҙгәртелә.

Халыҡ үҙгәртергә

Милтон-Кинс унитар берәмек территорияһында 2001 йылдың мәғлүмәттәре буйынса 207 057 кеше йәшәй, халыҡтың уртаса тығыҙлығы бер квадрат километрға 671 кеше тәшкил итә[3].

Сәйәсәт үҙгәртергә

Милтон-Кинс унитар берәмегендә идара советы эшләй, ул 23 округ буйынса һайланған 50 депутаттан тора. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәһедә 21 урынды консерваторҙар партияһы биләп тора[4].

Иҡтисад үҙгәртергә

Милтон-Кинс унитар берәмеге территорияһында <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/Domino's_Pizza_UK_&amp;_IRL(недоступная ссылка)" rel="mw:WikiLink" data-linkid="null">Domino’s Pizza UK &amp; IRL</a>, <a href="https://ru.wikipedia.org/wiki/Filtrona(недоступная ссылка)" rel="mw:WikiLink" data-linkid="null">Filtrona</a> эре компанияларының штаб-фатирҙары һәм акциялары FTSE 250 иҫәп-хисап индексы базаһына ингән Home Retail Group холдинг компанияһының штаб-фатиры бар.

Спорт үҙгәртергә

Милтон-Кинста «Милтон Кинс Донс» профессиональ футбол клубы төпләнгән. Ул 2010/2011 йылдар миҙгелендә Беренсе футбол лигаһында сығыш яһаған. «Милтон Кинс Донс» командаһы үҙ дәғүәселәрен Милтон Кинс Стэдиум стадионында ҡабул итә (стадион 22 мең тамашасы һыйҙыра).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә