Милли гвардия ғәскәрҙәренең Пермь хәрби институты
Милли гвардия ғәскәрҙәренең Пермь хәрби институты (РФ ПВИ ВНГ) — Рәсәй Федерацияһы Милли Гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең юғары хәрби-уҡыу йорто. Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өсөн офицерҙар әҙерләй.
Милли гвардия ғәскәрҙәренең Пермь хәрби институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1981[1] һәм 26 октябрь 1981 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Орджоникидзевский район[d] һәм Пермь |
Рәсми сайт |
xn--b1aads0ai.xn--p1ai[1] пвивнг.рф |
Һәр йыл байрам иткән көн — 26 октябрь.
Төп тарихы
үҙгәртергәСССР Министрҙар Советының 1981 йылдың 26 октябрендәге ҡарары һәм эске эштәр министры армия генералы Н. А. Щелоковтың шул уҡ йылдың 7 ноябрендәге бойороғо нигеҙендә СССР Эске Эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәре 84-се конвой дивизияһының 489-уҡытыу полкы базаһында Пермь юғары хәрби команда училищеһы булдырыла, был уҡыу йорто алдына СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре өсөн офицерҙар әҙерләү бурысы ҡуйыла[2].
1991 йылда Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, СССР Дәүләт именлеге комитетының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Юғары сик буйы команда Октябрь революцияһы орденлы Ҡыҙыл байраҡлы училищеһы ҡыҫҡартылыу сәбәпле, был уҡыу йортоноң курсант-кинологтары Пермь юғары хәрби команда училищеһына күсерелә һәм кинологтар кафедраһы булдырыла. 1992 йылда СССР Эске Эштәр министрлығының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Харьков Юғары хәрби тыл училищеһынан курсанттар Пермь юғары хәрби команда училищеһына күсерелә.
1992 йылдың 8 июлендә эске эштәр министры 223-сө бойороғо менән Пермь юғары хәрби команда училищеһы Юғары хәрби команда тыл училищеһына әйләндерелә. 1996 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 589-сы ҡарары һәм Рәсәй эске эштәр министрының 035-се бойороғо менән Пермь юғары хәрби команда-тыл училищеһы Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр министрлығының Пермь Эске ғәскәрҙәр хәрби институтына үҙгәртелә[2].
2016 йылдың 5 апрелендә Рәсәй Президентының 157-се Указына һәм Рәсәй Федерацияһының Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директорының шул уҡ йылдың 24 октябрендәге 334-се бойороғона ярашлы Рәсәй Федерацияһының Эске Эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәрҙең Пермь Эске ғәскәрҙәр хәрби институты РФ Пермь Милли гвардия ғәскәрҙе хәрби институтына әйләндерелә[2].
Пермь хәрби институты — Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәре структураһында һигеҙ һөнәр буйынса юғары хәрби белемле офицерҙар әҙерләгән берҙән-бер хәрби уҡыу йорто. Институт эшләгән дәүерҙә бында яҡынса алты мең ике йөҙ туҡһан туғыҙ офицерҙар әҙерләнгән, шуларҙың алтмышы уҡыу йортон алтын миҙалға һәм ҡыҙыл дипломға тамамлаған[3]. Институтты тамамлаған ике йөҙ урыҙҙан ашыу офицер Төньяҡ Кавказ төбәгендә, Беренсе һәм Икенсе чечен һуғыштарында хәрби бурыстарын үтәүҙә ҡатнаша, егерме өс офицер хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта һәләк була[4].
Атамаһының тарихы
үҙгәртергә- 1981 — СССР Эске Эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Пермь юғары хәрби команда училищеһы
- 1992 — СССР Эске Эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Пермь юғары команда-тыл хәрби училищеһы
- 1996 йылда — СССР Эске Эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Пермь хәрби институты
- 2016 — Рәсәй Федерацияһының Милли гвардия ғәскәрҙәренең Пермь хәрби институты
Институттың структураһы
үҙгәртергәТөп сығанағы:[2]
Факультеттар
үҙгәртергә- Инженерлыҡ тәьминәте факультеты
- Тыл факультеты
- Кинология факультеты
- Элемтә факультеты
- Артиллерия ҡоралдары факультеты
- Техник тәьминәт факультеты
- Квалификацияны күтәреү факультеты
Кафедралар
үҙгәртергә- Дөйөм инженер дисциплиналары кафедраһы
- Математика һәм физика кафедраһы
- Тактик һәм хәрби хеҙмәт ҡулланыу кафедраһы
- Ут әҙерлеге кафедраһы
- Физик әҙерлек кафедраһы
- Сит ил телдәре кафедраһы
Институт начальнигы
үҙгәртергәТөп сығанағы:[4]
- генерал-майор Ходов А. А. (1981—1987)
- генерал-майор Захарченко В. А. (1987—1991)
- генерал-майор Микитенко Л. Е. (1991—1992)
- генерал-майор Сикерин В. Г. (1992—1995)
- генерал-майор Погорелов В. Н. (1995—2005)
- генерал-майор Капищенко В. М. (2005—2016)
- генерал-майор Владимир Купасский (2016—2020; енәйәт эше ҡуҙғатылыуға бәйле вазифаһынан төшөрөлә[5])
Наградалар
үҙгәртергә- РСФСР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (22.08.1982[4])
Танылған тамамлаусылар
үҙгәртергә- Баловин, Евгений Александрович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2018-05-01 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.6216392
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Пермский военный институт войск национальной гвардии . оф.сайт. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ Федеральное государственное казенное военное образовательное учреждение высшего образования «Пермский военный институт войск национальной гвардии Российской Федерации» . Дата обращения: 27 ноябрь 2020. 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Федеральное государственное казенное военное образовательное учреждение высшего профессионального образования «Пермский военный институт Внутренних Войск Министерства Внутренних Дел Российской Федерации» . Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
- ↑ На начальника Пермского военного института возбудили уголовное дело за взяточничество . Эхо Москвы в Перми. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рәсәй Эске эштәр министрлығының : Энциклопедияһы / Гл. Некрасов в. ф ре. — М. : Объед. рәсәй эске эштәр министрлығының рә : ОЛМА-Пресс, 2002 й. — с. 623 — ISBN 5-224-03722-0
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пермский военный институт войск национальной гвардии (неопр.). оф.сайт. Дата обращения: 27 ноября 2020.