Миллерово тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Миллерово тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Миллерово ҡалаһындағы музей.

Миллерово тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 1967
Урынлашыуы Миллерово, Ростов өлкәһе, Рәсәй
Директор Любченко Галина Михайловна

Музейҙың адресы: Ростов өлкәһе, Миллерово ҡалаһы, Коммунальный тыҡрығы, 4Б һанлы йорт.

ТарихҮҙгәртергә

1967 йылда Миллерово районы халыҡ депутаттарының йыйылышы ҡарары менән хәрби дан музейы асыла. һуңыраҡ уға тыуған яҡты өйрәнеү музейы исеме бирелә. 1993 йылда музейҙың 300 м² майҙаны яңы барлыҡҡа килгән музейҙың экспозицияһы өсөн бүлеп бирелә. Хәҙерге ваҡытта музейҙа биш зал бар[1].

Музей экспозицияһында бик күп төрлө уникаль экспонаттар ҡала тарихының төрлө осорҙағы тормошо һәм үҫеше, урындағы халыҡтарҙың йәшәйеше тураһында һөйләй[2][3]. 2013 йылда музей фонды тағы ла ике мең дүрт йөҙ экспонат менән тулыландырыла[4].

Музейҙа даими рәүештә Ростов өлкәһенән сыҡҡан данлыҡлы кешеләр, танылған рәссамдары, уларҙың ижади эштәре траһында төрлө тематик күргәҙмәләр, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған саралар үткәрелә[5][6][7][8][9][10]. Музей һәр йыл һайын илдә уҙғарыла торған «Музейҙар төнө» акцияһында ҡатнаша[11][12][13].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Международный день музея
  2. Миллеровский краеведческий музей
  3. Реестр музеев Ростовской области
  4. Приказ Минкультуры России от 04.09.2013 № 1291 «О передаче в безвозмездное пользование музейных предметов, входящих в состав государственной части Музейного фонда Российской Федерации и находящихся в федеральной собственности, муниципальному бюджетному учреждению „Миллеровский краеведческий музей“ (Ростовская область)»
  5. В Миллеровском краеведческом музее работают две выставки
  6. В Миллеровском краеведческом музее открыта выставка "Дон.
  7. Творчество наших земляков
  8. Свой путь прошли достойно
  9. В Миллеровском краеведческом музее работают две выставки
  10. Миллеровский краеведческий музей новую экспозицию приурочил к 50-летию района
  11. Ночь в Миллеровском музее
  12. Ночь в Миллеровском краеведческом музее
  13. «Ночь в музее» прошла в Миллерово

ҺылтанмаларҮҙгәртергә