Мигули мәмерйәләре

Мигули мәмерйәләре — Дон йылғаһының 80 м бейеклектәге текә ярында, аҡбур ҡатламында ҡулдан эшләнгән ике мәмерйә. Ер аҫтындағы монастырь[1] Иҫке һәм Яңы исемен алған был Мигули мәмерйәләре Ростов өлкәһендәге Юғары Дон (Верхнедонский район) районы Мигули тигән казактар ауылы эргәһендә табылған. Ауылдан төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә, 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Мигули мәмерйәләре
Ил
Асылған йылыXX быуат 
Мәмерйәгә инеү юлы
Рәсәй
Красная точка
Мигули мәмерйәләре

Тикшеренеүселәрҙең фекере буйынса, Мигули мәмерйәләренең барлыҡҡа килеүенә алты быуаттан да кәм түгел. Сөнки эргәһендәге Мигули ауылына 2016 йылда 635 йыл тулған. Ә ауыл кешеләре был мәмерйәләрҙең ҡасан эшләнгәнен дә белмәй. Халыҡта бары риүәйәттәр генә йәшәй. Урындағы халыҡ һәм крайҙы өйрәнеүселәр Иҫке мәмерйә тураһында электән үк белгән була.

Ә яңы мәмерйә хаҡында 1969 йылдан билдәле була. Мигули ауылына килгән студенттар төркөмө, ер аҫты монастыры тураһында ишетеп ҡалып, үҙ аллы тикшеренеүҙәр башлай. Дондың уң ярында мәмерйәгә инеү юлын табып ала. Киң дәирәлә мәмерйәләр тураһында мәғлүмәттәр 1994 йылда билдәле була башлай. «Аргументы и Факты на Дону» гәзитенең 16 номерында Владимир Смирновтың «Ер аҫты монастыры лабиринттары» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Унан 18 октябрҙа райондың «Искра» гәзитендә ҡабатлап баҫтыралар.

2000 йылдың йәйендә Мигули мәмерйәләре автор тарафынан спелеологияның Воронеж секцияһы вәкилдәре Э. В. Гольянов һәм С. В. Никольский менән берлектә өйрәнелә, улар мәмерйәнең схематик планын төҙөйҙәр һәм фотоларын эшләй.

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Иҫке (оло) һәм Яңы (кесе) Мигули мәмерйәләре бер-береһенән 64 м алыҫлыҫта ята. Ҡасандыр улар үҙ-ара тоташҡан булған. Әммә ваҡыт үтеү менән был ер аҫты юлы емерелгән.

Хәҙерге ваҡытта бер мәмерйәнән икенсеһенә үтеү өсөн ер өҫтөнә күтәрелергә кәрәк. Мәмерйәләр ғибәҙәт ҡылыу урыны булған.

Шулай ҙа, тағын бер тәғәйенләнеше — дошмандан һаҡланыу булырға тейеш, тип һанайҙар тикшеренеүселәр. Иҫбатлау булып, инеү юлдарының тарлығы һәм урыны менән нығытмаларҙа дошманға атыу өсөн ҡалдырылған тишектәр булыуы тора.

Ер аҫты юлдарының (Галереялар) диуарҙары шыма, түбәләре көмбәҙ. Горизонталь урынлашҡан галерея һәм коридорҙарҙың ауышлығы 20° тирәһе. Киңлектәре 0,8 −1,2 м, бейеклектәре — 1,8-2 м самаһы. Иҫке һәм Яңы мәмерйәләр тип аталыуҙары шартлы ғына тип һанайҙар күпселек тикшеренеүселәр. Икеһе лә бер арауыҡта төҙөлгән. Тик Яңы тип аталғанын һуңғараҡ тапҡандар.

Иҫке мәмерйәгә инеү юлы тар ғына. Башта 1-2 м араны шыуышып үтергә тура килә. Яйлап киңәйә барып, аяғүрә атларлыҡ коридорҙарға барып сығаһың. Инеү юлы бер туҡтауһыҙ емерелеп тора. Әммә күрергә килеүселәр уны ҡаҙып таҙартып торалар.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, иҫке мәмерйәлә ер аҫты юлдары 120 метрға етә. Ә Яңыһында — 200 м тирәһе. Туннелдәрҙең бейеклеге урыны менән 2 метрға етә яҙа.

Иҫке мәмерйәлә 5 бүлмә бар. Былар — хөжрә, монах бүлмәһеләре (келья). Оҙон коридорһың осонда ҡоҙоҡ булған тағын бер бүлмә бар. Ҡоҙоҡта һыу әле лә бар. Барлыҡ диуарҙарҙа ла 1970—1990 йылдарҙан яҙыуҙар ҡалған. Араларында, хатта 1906, 1918, 1930 йылғылары ла бар.

Яңы (кесе) мәмерйәгә инеү юлы тәрән соҡор эсендә ята. Аҡбур тоҡомонда соҡоп эшләнгән. Унда ла үтеү юлы тар. Унда катабомбалар тарбаҡланып ҡатмарлы лабиринт төҙөй.

Диуарҙарында заман яҙыуҙарынан тыш, төҙөүселәрҙән ҡалған һәм соҡоп эшләнгән һүрәтләмәләр ҡалған. Улар кеше биттәренән ғибәрәт. Бәлки, изгеләрҙең йөҙөн шулай һүрәтләп ҡуйғандарҙыр.

Иҫке мәмерйә

үҙгәртергә

Иҫке мәмерйәнең ауыҙына алып барған һуҡмаҡ текә яр бите буйлап бара. Ярҙың бейеклеге 80 м. Ә мәмерйә ауыҙы йылға кимәленән 30 м бейеклектә. Эсендә дөйөм оҙонлоғо 200 м тирәһе өс коридор бар. Коридорҙың береһендә 5 бүлмә (келья) бар. Диуарҙа күмер менән башҡарылған яҙмалар бар. Шулай уҡ, иконалар ҡуйыу өсөн уйымдар соҡоп эшләнгән.

Айырым бүлмәлә ҡоҙоҡ бар. Диаметры 1 м, ә тәрәнлеге метрҙан ашыуыраҡ. Икенсе коридорҙа ялтырап торған шыма диуарлы арауыҡтар бар. Туннелдең бейеклеге 2 метр, ә киңлеге — 1 метр.

Дон йылғаһы яғына йүнәлтеп эшләнгән туннель квадрат формаһындағы уйым менән тамамлана. Тикшеренеүселәр фекеренсә, унда икона ҡуйылған булыуы бар. Сөнки, майшәмдән ҡалған эҙҙәр бар.

Коридорҙарҙың береһе емеректәр аҫтында ҡалған. Мәмерйәләр эсендәге күсеп йөрөй торған ерҙәрҙең ҡайһылары түңәрәк яһай. Бер коридорҙан икенсеһенә барам тип, бер үк ергә килеп сығырға ла мөмкин.

Яңы мәмерйә

үҙгәртергә

Бүлмәләренең һаны күберәк. Үлсәмдәре лә ҙурыраҡ. Соҡоп эшләнгән бәләкәйерәк бер тәҙрә һаҡланып ҡалған. Мәмерйәлә температура 10°-тан юғары күтәрелмәй. Бүлмәләрҙең берәүһе бәләкәй сиркәүгә (часовня) оҡшаған. Диуарында әүернә (крест) бар.

Мәмерйәләр барыһы ла ҡорамалдар ярҙамында ҡулдан эшләнгән. Диуарҙы биҙәп торған кеше йөҙҙәре бер-береһен ҡабатламай. Ике мәмерйә лә ныҡ хәүефлеләрҙән һанала. Сөнки, бер туҡтауһыҙ емерелеү өҫтөндә. Шуға ла, туристарға бында инеү сикләнә.

Монастырь тураһында риүәйәттәр

үҙгәртергә

Риүәйәттәрҙең береһе буйынса, мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғы 15 км-ға етә. Бөтә һуҙымында урыны-урыны менән ҡоҙоҡтар бар. Шулай уҡ урындағы халыҡ ике мәмерйәне һәм Дондың көньяғында урынлашҡан Троицк-Мигули 17 быуатта төҙөлгән монастырын үҙ-ара тоташтырған ер аҫты юлы булған, тип раҫлай.

Икенсе риүәйәт Дондың икенсе ярына алып сыға торған юлдың булыуы тураһында. Дошман яуы баҫҡанда монахтар һәм урындағы халыҡ икенсе ярға сығып ҡотола алған тип һанайҙар.

Мәмерйәләрҙең ҡасан эшләнгәнен белмәһәләр ҙә, XVII быуатта унда монахтар йәшәүен хәтерләйҙәр. 1788 йылда Троицк-Мигули монастыры эшен туҡтатҡан. Әммә аскет монахтарҙың ҡайһылары тороп ҡалған. XX быуат башында унда ике монах йәшәгән. Һуңғыһы ҡартайғас, ауылға килеп, шунда мәрхүм булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә