Метехи күпере
Метехи күпере (груз.მეტეხის ხიდი) — Тбилисиҙа Кура йылғаһы аша күпер, Иҫке Тбилиси һәм Метехиның тарихи райондарын тоташтыра. Ҡаланың иң боронғо кисеүе.
Метехи күпере | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Рәсми асылыу датаһы | 1951 |
Метехи күпере Викимилектә |
Урынлашыуы
үҙгәртергәКүпер Вахтанг Горгасали майҙаны менән Европа майҙанын тоташтыра.
Күпер менән йәнәш Метехи ғибәҙәтханаһы, Рике паркы, батша Вахтанг Горгасали.һәйкәле урынлашҡан.
Ағымдың өҫ яғында Тыныслыҡ күпере, түбәнерәк — 300 арагвинец күпере урынлашҡан (Ортачаль ГЭС буйлап).
Исеме
үҙгәртергәКүперҙең атамаһы Метехи районының исеме менән бәйле
Тарихы
үҙгәртергәБыл урындағы күсеү Тбилисиға нигеҙ һалған ваҡыттан алып бар. Тбилиси тураһында яҙма сығанаҡтарҙа телгә алына, Вахушти Багратиониҙың Тбилисиҙың беренсе планында күрһәтелгән (1735)[1].
Оҙаҡ ваҡыт был күпер йылға аша ҡалала берҙән-бер күпер булған. Стратегик мөһим объект булараҡ, Метехи күпере хәрби бәрелештәр ваҡытында ҡораллы көрәш объекты була һәм күп тапҡыр баҫҡынсылар менән дә, шулай уҡ ҡаланы һаҡлаусылар тарафынан да емерелә. Батша Баграт ваҡытында ғәрәптәрҙе ҡыуғанда ла, Йәлил-әд-Дин баҫып алғанда ла, 1795 йылда Мөхәммәт Шаһтың фарсы баҫып алыуында ла шулай була. Күперҙе төҙөгәндә ағасты ҡулланыу был йәһәттән был хәлде билдәләй, сөнки уны кәрәк булһа һүтеп алыуы ла һәм емерелһә тергеҙеүе лә еңел була. Был бейек яр терәктәрендә торған бер тороҡло күпер була.
Күпер янындағы территорияла сауҙа һәм келәт биналары төҙөлә, бында Константин һәм Елена сиркәүе, шиит Шаһ-Ғәббәс мәсете (1522 йылда Тбилисиҙы иран шаһы Исмәғил баҫып алғанда төҙөлә)
Сираттағы тапҡыр 1797 йылда тергеҙелгән күпер 1805 йылда ташҡын йылға арҡаһында емерелә. Кисеүҙе тергеҙгәндә йәнәш ике күпер — Метехи һәм Авлабар күперҙәре төҙөлә[2]
1821 йылда Авлабар күпере инженер М.Г. Дестрем проекты буйынса яңынан төҙөлә. Күпер бер тороҡло таш терәктәрҙә 27,7 м тороҡ менән ағас аркалы була[3].
1870 йылда Метехи һәм Авлабар күперҙәре инженерҙар Ордиша һәм Заземан проекты буйынса металдан яңынан төҙөлә.
1950—1951 йылдарҙа ике иҫке күпер урынына бер яңы тимер бетон күпер төҙөлә (Вахтанг Горгасали, инженер Г. Чомахидзе, архитектор С. Демчинели)[4][5]. Күпергә инеү урынындағы дөйөм төҙөлөшкә диссонанс биреп торған ике пар бейек обелиск һуңғараҡ алып ташлана[6].
Яңы күперҙе төҙөгәндә күпергә йәнәш биләмәләге тарихи ҡоролма юҡҡа сыға ( Зубалашвили карауан-һарайы һәм Тбилиси шиит мәсете). Һуңғы ваҡыттарҙа ҡала властары Иҫке Тбилисиҙың был тарихи өлөшөн тергеҙеү тураһында иғлан итә.
2010 йылда күпер менән йәнәш Кураның һул ярында Рике паркын ойошторалар.
Конструкцияһы
үҙгәртергәКүпер ике тороҡло аркалы. Яр буйында үтеп йөрөү урыны уң ярҙан булғанға күрә, күпер симметриялы түгел, йылға үҙәнен 43 метрлы арка ҡаплай, ә уң ярҙа юл үткәргес төҙөлә, уның тороғо (25,6 м) тимер бетон йыйынтыҡ менән ҡапланған[4].
Күпер автотранспорт өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә тәғәйенләнгән. Автотранспорт хәрәкәте өсөн үтеп йөрөү урыны 6 һыҙатты үҙ эсенә ала. Яндауыр ҡоймалары суйындан, терәктәрҙә таш парапет менән тамамлана.
-
Ағас Метехи күпере
-
Авлабар күпере
-
Күпер яндауырҙары һәм Метехи сиркәүе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ План царевича Вахушти
- ↑ Москвич Г. Г. Иллюстрированный практический путеводитель по Кавказу. — Одесса, 1896. — С. 360. — 554 с.
- ↑ Николаи Л. Ф. Краткие исторические данные о развитии мостового дела в России. — СПб., 1898. — С. 64, 65. — 119 с.
- ↑ 4,0 4,1 Архитектурный ансамбль мостов Тбилиси, 1975
- ↑ Джанберидзе Н. Ш., Кинцурашвили С. Архитектура Советской Грузии : [Альбом]. — М.: Госстройиздат, 1958. — С. 14. — 243 с.
- ↑ Джанберидзе Н. Ш., Мачабели К. Г. Тбилиси. Мцхета. — М.: Искусство, 1981. — 256 с. — (Художественные памятники).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Тбилиси Архитектура / Квирквелия Р. Т. — М.: Стройиздат, 1984. — 311-се б. — 500 дана 17
- Квирквелия Т. Р. Старотбилисские названия. — Тб.: Сабчота Сакартвело, 1985. — С. 99. — 102 с. (груз.)
- Пунин А. Л. Архитектурный ансамбль мостов Тбилиси // Сборник трудов ЛИСИ «Исследование экономичности и долговечности мостовых сооружений». — Л., 1975. — № 96. — С. 63—78.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мост Метехи //Парламентская библиотека Грузии (груз.)