Месхи Бесарион Чохоевич
Бесик (Бесарион)[1] Чохоевич Месхи (10 август 1959 йыл) — Рәсәй ғалимы, 2007 йылдан алып Дон дәүләт техник университеттың (ДГТУ) ректоры, «Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» кафедраһы мөдире, техник фәндәр докторы, профессор. Грузияның Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы.
Бесарион Чохоевич Месхи | ||||||
Тыуған көнө | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Ғилми даирәһе |
Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге | |||||
Эшләгән урыны | ||||||
Альма-матер | ||||||
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы | |||||
Ғилми исеме |
профессор | |||||
Награда һәм премиялары |
| |||||
Биографияһы
үҙгәртергә1985 йылда Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү институтын (хәҙер Дон дәүләт техник университеты) «Ауыл хужалығы производствоһын автоматлаштырыу» һөнәре буйынса тамамлай.
Әүҙем фәнни һәм педагогик эш алып бара. Фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләй, уның етәкселеге аҫтында кандидатлыҡ диссертациялары эшләнә һәм яҡлана. «Машиналар төҙөлөшөндә хеҙмәтте һаҡлау» (техник фәндәр) һөнәре буйынса докторлыҡ диссертацияларын Д 212.058.01 яҡлау буйынса махсуслашҡан ғилми совет ағзаһы.
I һәм II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» орден миҙалы һәм белем биреү өлкәһендәге өлгөлө хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең Почётлы хеҙмәткәре» знагы менән бүләкләнгән. Ҡала берләшмәһе алдында күрһәткән ҙур хеҙмәте һәм ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән ҙур хеҙмәт өлөшө өсөн Дондағы Ростов ҡала думаһының һәм ҡала Администрацияһының бер нисә тапҡыр Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. «Радуга» спорт -һауыҡтырыу комплексында балаларҙың йәйге ялын ойошторған өсөн белем биреү буйынса Федераль агентствоның Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. 2005 йылда «Дондың почётлы төҙөүсеһе» исеме бирелә. М. А. Шолоховтың иҫтәлекле миҙалы, «Икенсе донъя һуғышы бөтөүгә 60 йыл» халыҡ-ара иҫтәлекле миҙал һәм «Мәскәү өсөн алышҡа 60 йыл» иҫтәлекле знак менән бүләкләнә. 2006 йылда Рәсәй Бойондороҡһоҙ Профсоюздар Федерацияһының «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» юбилей миҙалы бирелә.
Фәнни ихтыяжы
үҙгәртергә- Механик эшкәртеү өсөн технология ҡорамалдарының хәүефһеҙ эшләү шарттарын уны проектлау стадияһында тәьмин итеү;
- Хеҙмәт шарттарын, производствола имгәнеүҙәрҙең һәм ҡаланың ҙур предприятиеләренең етештереү процесында һәм төҙөлөштә профессионал ауырыуҙарҙың сәбәптәрен өйрәнеү;
- Кеше-машина үҙ-ара тәьҫир итешеүе өлкәһендә инженер-эргономика талаптарын эшләү һәм уларҙы тиҙ арала тормошҡа ашырыу;
- Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге техник системаһын, кеше факторын иҫәпкә алып, проектлау ысулдарын өйрәнеү.
Диссертациялары
үҙгәртергә- кандидатлыҡ — «Комбайн операторҙарының, тауышты һәм вибрацияны кәметеү иҫәбенә, эш шарттарын яҡшыртыу» (Дондағы Ростов, 1999);
- докторлыҡ — «Өҙөк-өҙөк ҡырҡыусы металл- һәм ағас эшкәртеү станоктарын хеҙмәтләндереүсе эшселәрҙең хеҙмәтен яҡшыртыу» (Санкт-Петербург, 2004).
Бүләктәре һәм йәмғиәттә абруй ҡаҙаныуы
үҙгәртергә- I һәм II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» орден миҙалы
- «Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең Почётлы хеҙмәткәре» знагы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ректоры
- «Дондың почётлы төҙөүсеһе» исеме (2005)
- М. А. Шолоховтың иҫтәлекле миҙалы
- «Икенсе донъя һуғышы бөтөүгә 60 йыл» халыҡ-ара иҫтәлекле миҙал
- «Мәскәү өсөн алышҡа 60 йыл» иҫтәлекле знак
- Рәсәй Бойондороҡһоҙ Профсоюздар Федерацияһының «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» юбилей миҙалы (2006)
- Дондағы Ростов ҡала думаһының һәм ҡала Администрацияһының, белем биреү буйынса Федераль агентствоның Маҡтау ҡағыҙҙары
Төп баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Абрамов А. В. Управление техническими системами : учеб. пособие / А. В. Абрамов, Б. Ч. Месхи ; ДГТУ. — Ростов н/Д, 2001. — 93 с.
- Кошевой Е. П. Моделирование и расчет экстракторов с твердой фазой : [учеб. пособие] / Е. П. Кошевой, Б. Ч. Месхи, А. Б. Кварацхелия ; Акад. наук Грузии. — Зугдиди, 2001. — 100 с.
- Месхи Б. Ч. Улучшение условий труда операторов металлорежущих и деревообрабатывающих станков за счет снижения шума в рабочей зоне (теория и практика): [моногр.] / Б. Ч. Месхи ; ДГТУ. — Ростов н/Д, 2003. — 131 с.
- О расчете уровней шума в рабочей зоне операторов металло — и деревообрабатывающего оборудования / Б. Ч. Месхи [и др.] // Вестник Дон. гос. техн. ун — та. — 2004. — Т.4, № 1 (19). — С.92 −98.
- Месхи Б. Ч. Оценка шумовой обстановки на рабочих местах ОАО «Рубин» / Б. Ч. Месхи // Безопасность жизнедеятельности. — 2004. — № 3. — С.19 — 20.
- Месхи Б. Ч. Виброакустические характеристики широкоуниверсальных фрезерных станков / Б. Ч. Месхи, А. Н. Чукарин // Изв. вузов. Машиностроение. — 2004. — № 3. — С.45-51.
- Месхи Б. Ч. Шумообразование при работе дисковых и отрезных фрез / Б. Ч. Месхи // Изв.вузов. Сев. — Кавк. регион. Техн. науки. Прил. — 2003. — № 5. — С.71-74.
- Разработка принципов компьютерной диагностики психофизиологических состояний человека как метода оценки профессиональной готовности персонала / Б. Ч. Месхи [и др.] // Эффективные и технологические процессы в металлургии, машиностроении и станкоинструментальной промышленности: сб. тр. Междунар. науч.-техн. конф. в рамках Промышленного конгресса Юга России и междунар. специализир. выставки «Метмаш. Станкоинструмент — 2007», 3-5 сент. / ВЦ «ВертолЭкспо». — Ростов н/Д, 2007. — Секц. 5. — С. 268—273.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ в приказе Рособразования от 05.06.2007 № 18-02/117-1 об утверждении в должности ректора ДГТУ — Месхи Бесик Чохоевич, кроме того в Паспорте гражданина Российской Федерации указано — Месхи Бесик Чохоевич