Месси күпере (алб. Ura e Mesit «урта күпер»)[2]Албанияның төньяҡ-көнбайышында, Шкодер ҡалаһынан 5 км төньяҡ-көнсығыштараҡ Меси ауылы янындағы күпер. Мәҙәни ҡомартҡы булараҡ күпер Албанияның Пострибе муниципалитетын донъяның төрлө тарафтарынан килеүсе туристар өсөн иҫтлекле урынға әйләндерҙе. Сит ил туристары өсөн йоморо формалағы күперҙең аркалары ҡыҙыҡлы. Күперҙән тирә-яҡҡа иҫ киткес матур панорама асыла.

Месси күпере
Рәсем
Дәүләт  Албания[1]
Административ-территориаль берәмек Шкодер[d][1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән таш[d]
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Кири[d]
Мираҫ статусы Cultural Monument of Albania[d][1]
Оҙонлоҡ 108 метр
Карта
 Месси күпере Викимилектә

Кир йылғаһының ике ярын тоташтырып тороусы күпер яҡынса 1770 йылда, XVIII быуатта урындағы ғосман пашаһы Мәхмүд тарафынан төҙөлә.[2] Төҙөлөш ике фзала башҡарыла. Беренсеһендә урталағы арка һәм уның янындағы арка төҙөлә, артабан ҡалған 11 арка төҙөлә. Төҙөлөштөң маҡсаты — Шкодер ҡалаһын Дришти ҡалаһы менән һәм илдең төньяғындағы башҡа ҡалалар менән тоташтырыу була.

13 аркалы күперҙең оҙонлоғо 108 м, киңлеге 3,4 м, бейеклеге 12,5. Был төбәктә ғосман осоронда төҙөлгән иң оҙон күперҙәрҙең береһе.[3] Күпер Кир йылғаһы үҙәнендә Приштиныға булған юлдың дауамы булып төҙөлә.[4]

Ваҡыт үтеү менән, күпер һыу баҫыуҙарҙан зыян күргән. Күперҙең уң яҡтағы аркаларында ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көндә күпергә емерелеү ҡурҡынысы янай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=al&srlang=sq&srid=SH142 — 2017.
  2. 2,0 2,1 Gloyer Gillian. Albania. — third. — Chalfont St Peter, Buckinghamshire, England: Bradt Travel Guides, 2008. — P. 160. — ISBN 978-1-84162-246-0.
  3. June 1, 2012 (Down and Dirty). The Amateur Globetrotter's Guide to the Balkans: Albania, Kosovo, Montenegro, and Corfu, Greece (1 июнь 2012).
  4. Archaeology of Albania: Ottoman Bridge, Mes, Albania. 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә