Мерәсем ауыл Советы (Ҡариҙел районы)
Мерәсем ауыл Советы — Ҡариҙел районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452365. ОКАТО коды — 80234848000.
Байҡыбаш районы 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлгәнгә тиклем уның составына инә.
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәҠыҙыл Үреш (2005 йылға тиклем — ҡасаба) — административ үҙәк, Мерәсем, Татар Үрөше ауылдары[1]. Элек Уреш спиртзаводының ҡасабаһына ингән. ул 2005 йылда Ҡыҙыл Үреш ҡасабаһы менән Ҡыҙыл Үреш ауылына берләштерелә («Административ үҙәктәрҙе күсереү, тораҡ пункттарҙы бөтөрөү, берләштереү һәм ойоштороу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәртеүҙәр индереү тураһында» 2005 йылдың 20 апрелендәге 211-з һанлы Законы).
Тарихы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
27) Ҡариҙел районы буйынса:
г) Үреш-Битулла ауылында административ үҙәге менән, «Үреш-Битулла» атамаһын һаҡлап, Үреш-Битулла һәм Мерсәем ауыл Советтарын берләштерергә.Мерәсем ауыл Советының Ҡыҙыл Үреш, Мерәсем, Татар Үреше ауылдарын Үреш-Битулла ауыл Советы составына индерергә.
Иҫәп мәғлүмәттәренән Мерәсем ауыл Советын алып ташларға.
Үреш-Битулла ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Географик урыны
үҙгәртергә2008 йылға Ҡортлокүл ауыл Советы, Урғыш ауыл Советы муниципаль берәмектәр менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].