Мелисса, инә ҡорт үләне (рус. Мели́сса лека́рственная, лат. Melissa officinalis) —баллыбабай һымаҡтар (Lamiaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50-120 см. Июндән ноябргәсә аҡ, алһыу, һары сәскә ата. Орлоғо һары йәки ҡара төҫтәге сәтләүек.
Мелиссаның тыуған иле — Урта диңгеҙҙең көнсығыш районы. Үҫемлек тәбиғи шарттарҙа Кавказда, Ҡырымда һәм Рәсәйҙең көньяк өлкәлерендә үҫә. Башҡортостанда баҡса үҫентеһе булараҡ үҫтерелә.
|
Сәскәлеге
|
- Путырский И. Н., Прохоров В. Н. Дарыу үҫемлектәре — Мн.: Книжный Дом, 2005. (рус.)
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. — 160 б. ISBN 5-295-01499-1