Мейәс баҡыр иретеү заводыКөньяҡ Уралда ҙур булмаған металлургия заводы, 1776 йылдан 1829 йылға тиклем эшләгән[1] һәм Мейәс ҡалаһына башланғыс биргән[2]. 1811 йылдан алып Златоуст заводтары округы составына инә[3][4][2].

Мейәс заводы
Тармаҡ төҫлө металлургия
Нигеҙләү датаһы 1773
Рәсем
Нигеҙләүсе Ларион Иванович Лугинин[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мейәс, Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Продукция Баҡыр
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1829

Мейәс быуаһының төньяҡ-көнсығышында урынлаша, унда XX быуатта Мейәс ҡорамалдар заводы урынлаша[5].

XVIII быуат

үҙгәртергә

Мейәс заводына Мейәс йылғаһы буйында Тула сауҙагәре Л.И. Лугинин нигеҙ һала. Төҙөлөш өсөн ерҙе Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе Себер юлы Ҡыуаҡан улусының Бараҡ, Ҡара Табын башҡорттарынан һатып ала[6].

Завод корпустары төҙөлөшө 1773 йылда властарҙың рөхсәтен алыуҙан алда уҡ башлана. Завод 1777 йылдың 12 авгусында сафҡа ебәрелә[7][8]. Берг-коллегияның завод төҙөү тураһында указына 1777 йылдың 20 ноябрендә генә ҡул ҡуйыла[6].

1777—1780 йылдарҙа завод 12,9 мең бот баҡыр етештерә, 1781—1790 йылдарҙа — 40,2 мең бот. 1779 йылда заводта 6 баҡыр иретеү мейесе була[9][2]. 1787 йылдан завод хужалары булып Л.И.Лугининдың туғандары — Иван һәм Николай Максимович Лугининдар тора[10]

1797 йылға ҡарата завод составында 8 иретеү мейесе менән 2 баҡыр иретеү фабрикаһы, 4 мейес менән шплейзофен фабрикаһы, баҡыр сүкеү өсөн 1 сүкеш эшләй. Мәғдән менән заводты 6 рудник тәьмин итә. Заводта эшсе көстәре булып завод хужаларының крепостной крәҫтиәндәре тора[10].

1790—1798 йылдар осоронда иҫкергән ҡорамалдарҙың тотороҡһоҙ эшләүе арҡаһында баҡыр иретеү күләме кәмей, завод 30,1 мең бот баҡыр етештерә. 1798 йылда И. М. Лугинин предприятиены ҡаҙнаға һата[11]. Предприятие менән Ассигнация банкы идара итә[12]. 1799 йылдан 1800 йылға тиклем баҡыр иретеү туҡтай[10].

XVIII быуат аҙағында завод дачаһында 122 мең ашыу дисәтинә майҙан була[2].

1801 йылда заводта эштәр тергеҙелә, шул йылда 4,5 мең бот баҡыр етештерелә. 1809 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, завод плотинаһының оҙонлоғо нигеҙендә 117,2 м, өҫтө буйлап 191,7 м, нигеҙендә киңлеге − 25,6 м, өҫтөндә яҡынса 23,4 м, бейеклеге — 9,6 м. Заводта 6 баҡыр иретеү мейесе була, шуларҙың өсөһө эшләмәй. Заводты мәғдән менән 7—69 саҡрым алыҫлыҡтарҙа ятҡан Гавриловка, Кирябинский, Ключевский, Покровский һәм Чистогорский рудниктары тәьмин итә. Флюс сифатында заводтан 9—20 саҡрым алыҫлыҡта табылған эзбизташ ҡомон ҡулланғандар. Бынан тыш 100 бот мәғдәндән 1,5 алып 7 ботҡа тиклем баҡыр иретеп алынған. Заводтың урман дачаһы Златоуст заводтарының дөйөм дачаһына ингән, күмерҙе заводтан 5 саҡрымдан алып 18 саҡрымға тиклем арала әҙерләгәндәр[10].

Заводта тимер кәрәк-яраҡтарын сүкеү өсөн сүкеш һәм гармахер горнынан үҙгәртеп эшләнгән крица горны, баҡырлы суйынды һәм суйынлы баҡырҙы яңынан таҙартыу өсөн 4 гармахер горны эшләй. Алынған ҡарайтылған баҡыр гаркупферҙа таҙа баҡыр алыу өсөн ҡабаттан иретелә. Заводта шулай уҡ купферштейнды яндырыу өсөн 2 мейес, бысыу һәм он тартыу тирмәне, 4 горнлы тимерлек, шулай уҡ бала-саға хеҙмәтләндергән сүп-сар фабрикаһы эшләй[10].

XIX быуаттың беренсе яртыһында Мейәс заводы ҡасабаһының үҙәге төҙөлөшө архитектура ансамбленең зауығы менән айырылып тора. Ҙур булмаған тура мөйөшлө майҙан төҙөлә, ул ҡасабала киң төп проспекттың өлөшө була. Баҡыр иретеү цехының оҙон корпусы майҙандың өлөшләтә быуаға асыҡ көньяҡ яғын сикләй[13].

1801—1810 йылдарҙа завод 45,4 мең бот баҡыр етештерә, 1811—1820 йылдарҙа рудниктарҙың наҡыҫланыуы һәм ҡаҙна заказдарының булмауы арҡаһында баҡыр етештереүҙең күләме 13,3 мең ботҡа тиклем кәмей. 1803 заводтың иҫке ер быуаһы таштан яңынан төҙөлә[9][10]. 1816 йылда завод табаҡлы тимер етештереү өсөн үҙгәртеп ҡорола, йәйпәкләү мейесе һәм 4 крицалы тимерлек усағы ҡуйыла[2].

1821—1828 йылдарҙа 4,8 мең бот баҡыр иретелә. 1829 йылда баҡыр етештереүҙең рентабелле булмауы сәбәпле, завод тулыһынса туктатыла[10].

52 йыл эшләү осоронда Мейәс заводы бөтәһе 2516,8 т баҡыр иретә[10][14].

1823 йылдан Мейәс заводы территорияһында сәсмә алтын ятҡылығын эшекәртә башлайҙар[15][2]. Тәүге 1,5 йылда 15 бот 9 фунт алтын алына[16]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Алексеев, 2001, с. 318—319
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Кулбахтин Н. М. Миасский завод // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Алексеев, 2001, с. 211
  4. Гудков, Гудкова, 1993, с. 220
  5. Металлургические заводы Урала XVII—XX вв.: Энциклопедия/ глав. ред. В. В. Алексеев.— Екатеринбург: Издательство «Академкнига», 2001.— 536 с.— 1000 экз.— ISBN 5-93472-057-0.
  6. 6,0 6,1 Алексеев, 2001, с. 318
  7. Корнилов, 2013, с. 41
  8. Гудков, Гудкова, 1993, с. 207
  9. 9,0 9,1 Гудков, Гудкова, 1993, с. 208
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 10,7 Алексеев, 2001, с. 319
  11. Россия. Полное географическое описание нашего отечества / под ред. В. П. Семёнова-Тян-Шанского и под общ. руководством П. П. Семёнова-Тян-Шанского и В. И. Ламанского. — СПб. : Издание А. Ф. Девриена, 1914. — Т. 5. Урал и Приуралье. — С. 419. — 669 с.
  12. Гудков, Гудкова, 1993, с. 216
  13. Города-заводы России. XVIII — первая половина XIX века. — Екатеринбург: «Сократ», 2011. — С. 126—128. — 288 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-88664-372-5.
  14. Гудков, Гудкова, 1993, с. 209
  15. Гудков, Гудкова, 1993, с. 227
  16. Алексеев В. В., Гаврилов Д. В. Металлургия Урала с древнейших времён до наших дней. — М.: Наука, 2008. — С. 390. — 886 с. — 1650 экз. — ISBN 978-5-02-036731-9.
Сығанаҡтар
  • Металлургические заводы Урала XVII—XX вв.: Энциклопедия / глав. ред. В. В. Алексеев. — Екатеринбург : Издательство «Академкнига», 2001. — 536 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93472-057-0.
  • Авторы-составители: Е. Г. Неклюдов, Е. Ю. Рукосуев, Е. А. Курлаев, В. П. Микитюк. Предприниматели Урала XVII — начала XX в. Справочник. Выпуск 1. Уральские горнозаводчики / отв. ред. Г. Е. Корнилов. — Екатеринбург: УрО РАН, 2013. — 128 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-7691-2353-5.
  • Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. Из истории южноуральских горных заводов XVIII—XIX веков. Историко-краеведческие очерки. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1993. — Т. Часть 2. — 480 с. — 18 000 экз. — ISBN 5-295-00952-1.