Медведева Светлана Владимировна

Медведев Светлана Владимировна ( Линникта тыуған; 15 март 1965 йыл, Кронштадт, Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) — Рәсәй Федерацияһының 3-сө президентының (2008—2012), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәне рәйесенең (2012—2020), Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведевтың ҡатыны.

Медведева Светлана Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Кронштадт, Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Медведев Дмитрий Анатолий улы
Балалары Илья Дмитриевич Медведев[d]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, йәмғиәт эшмәкәре, бухгалтер, финансист, сәйәсмән
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы орден Славы и Чести орден святой равноапостольной княгини Ольги орден «Рухубелент» знак отличия «За благодеяние»
 Медведева Светлана Владимировна Викимилектә

2008 йылдан 2012 йылға тиклем Рәсәйҙә беренсе леди.

Биография үҙгәртергә

 
Светлана менән Дмитрий Медведев 2008 йылда

Светлана Владимировна 1965 йылдың 15 мартында Кронштат ҡалаһында хәрби моряк Владимир Алексеевич Линник һәм экономист Лариса Ивановна Линник[1] ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Коваши ауылында, Ломоносов, Кроштат [2] ҡалаларында үтә, һуңынан Ленинградҡа күсәләр [1][3] .


Буласаҡ ире Дмитрий Анатольевич Медведев менән 1972 йылда 1-се синыфта уҡығында танышалар [3]. Светлана 1-се «В», ә Дмитрий — в 1-се «Б» синыфында уҡый, 7-се синыфта (14 йәштә) осраша башлаҙар. Купчино (Ленинград) ҡалаһының 205-се мәктәбендә уҡыйҙар. Спектаклдәрҙә, КВН-да һәм башҡа үҙешмәкәрлектә ҡатнашалар.[4]

Ленинград финанс-иҡтисад институтының (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт иҡтисад һәм финанс университеты) статистика, бухучет һәм иҡтисади анализ факультетында уҡый. Беренсе курстан киске бүлеккә күсә һәм Мәскәүҙә эшләй башлай, Санкт-Петербургта ижтимиғи саралар ойоштороуҙа ҡатнаша.

2007 йылның апреленән «Рәсәйҙең үҫеп килеүсе йәш быуындың рухи-әхләҡи мәҙәниәте» попечителдәр советын етәкләй[5].

2008 йылдан декабренән социаль-мәҙәни башланғыстар фонды Президенты.

Ғаиләһе үҙгәртергә

1993 йылдың 24 декабрендә Дмитрий Анатольевич Медведевҡа кейәүгә сыға.[6]

  • Улы Илья 1995 йылдың 3 августында тыуа.[6]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

 
Светлана Медведева 34-се Ҙур һигеҙ саммитында, 8 июль 2008 йыл

Патриарх Алексий II фатихаһы менән ойошторолған «Рәсәйҙең үҫеп килеүсе йәш быуындың рихи-әхләки мәҙәниәте» комплекслы программаһының попечителдәр советы етәксеһе. Шулай уҡ мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: Санкт-Петербургтағы дүрт йәштән 25 йәшкә тиклем 36 бала йәшәгән 1-се интернат-йортто ҡурсалай.

2008 йылда Дивеев монастырына ғибәҙәт ҡыла.

Уның инициативаһы һәм социаль-мәҙәни инициативалар фонды булышлығы менән бер нисә социаль, мәҙәни һәм белем биреү проекты эшләй башлай. Уларҙың башланғысына ярашлы 2008 йылдан Бөтә Рәсәй «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ» байрамы үткәрелә. Баланың ғүмергә хоҡуғын һаҡлауҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреүҙе нигеҙ итеп алған "Миңә ғүмер бүләк ит" акцияһы нәҡ ошо алда әйтелгән «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» менән турынан-туры бәйле. Фонд булдырған һәм уңышлы эшләп килгән «Аҡ роза» социаль программаһы буйынса Санкт-Петербург, Владивосток, Кемерово, Архангельскиҙа ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген диагностикалау үҙәктәре асылды. Уларҙың төп бурысы — репродуктив органдарҙа һәм һөт биҙендә онкологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеү.

ФБК тикшереүе үҙгәртергә

Коррупция менән көрәш фонды мәғлүмәте буйынса, Медведева $50 млн-лыҡ Bombardier Global Express 5000 шәхси самолеты менән файҙаланған. ФБК тикшереүенә ярашлы, Медведева һәм уның ире Дмитрий Медведев үҙ декларацияларында белдергән килем самолет арендаһын ҡаплай алмай.[7][8] 2019 йылдың 6 декабрендә Дмитрий Медведевтың матбуғат секретары Олег Осипов, «Дмитрий Медведев һәм уның ҡатынының милке декларацияла күрһәтелгән. Әгәр ҙә хөкүмәт ағзаларының ғаиләһе ниндәй ҙә булһа транспорт менән файҙалана икән, был сығымдарҙы улар үҙ аҡсаһына ҡаплай», тип белдерҙе.[9]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә