Медведград
Медведград — яҡшы нығытылған урта быуат һарайы, Хорватияның баш ҡалаһы Загребтан алыҫ түгел Медведница тауының көньяҡ битләүендә урынлашҡан.
Медведград | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Медведница[d] |
Дәүләт | Хорватия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Чрномерец[d] |
Урын | Medvedgrad (neighborhood)[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 593 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | таш[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | XVII быуат |
Мираҫ статусы | Реестр культурных ценностей Республики Хорватия[d][2] |
Асылған күренеш | Загреб |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from Medvedgrad[d] |
Медведград Викимилектә |
Һарай яҡында фортификациялы файҙаға эйә булған Малы-Плазур ҡалҡыулығы түбәһендә төҙөлгән. Был уба Загреб өҫтөнән күтәрелгән Медведница тауы һыртының армытынан ғибәрәт. Аяҙ көндә ҡала замогы алыҫтан күренә, бигерәк тә уның төп бейек манараһы асыҡ күренә. Төп башняның итәгендә 1991—1995 йылдарҙа бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышта һәләк булған хорват һалдаттарына арналған Oltar domovine мемориалы урынлашҡан[3][4].
Тарихы
үҙгәртергәМедведград һарайы XIII быуатта папа Иннокентий IV ҡарары буйынса төҙөлгән, сөнки Батый ғәскәрҙәре Загреб сиктәрен талай, Градец ҡалаһын емерә. Медведградтың күҙәтеү майҙанынан, 500 метр бейеклектән Загребҡа матур күренеш асыла. Төҙөлөш менән 1249—1254 йылдарҙа Филипп Тюрье, епископ Загребский шөғөлләнгән. Һуңғараҡ Медведград славон бандары (Степан Шубичтың) биләмәһенә күсә. 1590 йылда ҡәлғә ер тетрәү ваҡытында ныҡ емерелә һәм ташлап ҡуйыла. XX быуатта ҡәлгә тергеҙелә һәм унда күҙәтеү майҙансығы урынлаштырыла, унан — 500 метрҙан ашыу бейеклектән — ҡаланың мөғжизәле күренеше асыла.
1472 йылдың 27 мартында Медведград һарайында билдәле хорват һәм венгр шағиры, славон бады Янус Паннониус (Иван Чешмицкий) вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ https://registar.kulturnadobra.hr/#/details/Z-2283
- ↑
- ↑ Contagious Middle Ages Exhibit 2007 йыл 20 апрель архивланған.
Тышҡы һылтанмалар
үҙгәртергәМедведград Викимилектә |
- Medvedgrad pictures 2008 йыл 9 декабрь архивланған.
- http://wikimapia.org/40736/ Medvedgrad Old City