Мкртчян Фрунзик Мушегович
Фрунзе (Фрунзик, Мгер) Мушегович Мкртчян (әрм. Ֆրունզիկ (Մհեր) Մուշեղի Մկրտչյան; 1930, Ленинакан — 29 декабрь, 1993, Ереван) — совет һәм әрмән театр һәм кино актёры, театр режиссёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1984), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1978).
Фрунзик (Мгер) Мкртчян | ||||||
Ֆրունզիկ Մկրտչյան | ||||||
Исеме |
Фрунзе Мушегович Мкртчян | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө | ||||||
Тыуған урыны | ||||||
Вафат көнө |
29 декабрь 1993[1][2] (63 йәш) | |||||
Гражданлығы | ||||||
Һөнәре |
актёр, театр режиссёры | |||||
Карьераһы |
1955—1993 | |||||
Наградалары |
| |||||
IMDb | ||||||
Мкртчян Фрунзик Мушегович Викимилектә | ||||||
Биографияһы
үҙгәртергә1930 йылда Ленинаканда (хәҙер — Гюмри), әрмәндәр геноциды ҡасаҡтары булған күп балалы ғаиләлә тыуған.
1945 йылдан Ленинакан туҡыма комбинатында киномеханик ярҙамсыһы булып эшләй, буш ваҡыттарында шунда уҡ үҙешмәкәр драма түңәрәгендә шөғөлләнә.
1945—1946 йылдарҙа А. Мравян исемендәге Ленинакан театры студияһында уҡый (хәҙерге Вардан Аджемян исемендәге Гюмри драма театры). 1947 йылдан әлеге театр актёры.
1951—1956 йылдарҙа Ереван театр-сәнғәт институтында (В. Б. Вагаршян) уҡыған.
Уҡыу менән бер рәттән киноға төшә башлай. Уның ҡатнашлығындағы беренсе «В поисках адресата» фильмы 1955 йылда сыға.
1956 йылдан — Еревандағы Г. М. Сундукян исемендәге Әрмән театры актёры.
Театр режиссёры булараҡ, Әрмәнстанда һәм сит илдәрҙә спектаклдәр ҡуя[4]. Һуңғы йылдарҙа үҙ театрын булдырыу менән мәшғүл булған (хәҙер — Фрунзе Мкртчян исемендәге Ереван артистар театры)[5].
1993 йылдың 29 декабрендә Ереванда үҙ фатирында үлеп ҡалған. Еревандағы Комитас паркы пантеонында ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Мушег Мкртчян (1910—1961), табелсе
- Әсәһе — Санам Мкртчян (1911—1970), һауыт-һаба йыуыусы
- Ағаһы — Альберт (1937 йылда тыуған), режиссёр, сценарист
- Апалары — Рузанна (1943 йылда тыуған), Клара (1934—2003)
- Беренсе ҡатыны — Кнара, Мкртчян менән бер курста уҡыған
- Икенсе ҡатыны — Донара (1941—2011), уртаҡ балалары булған, Рәсәйҙә «Кавказская пленница» фильмындағы Джабраил ҡатыны роле буйынса билдәле. Сундукян исемендәге театр актеры. Нәҫелдән күскән ауыр психик ауырыу менән сирләгән. Һуңғы 25 йылын Севан психиатрия дауаханаһында үткәргән[6]
- Ҡыҙы — Нуне (Нина) (1959—1998), Аргентинала үлеп ҡалған[7])
- Ейәнсәре (ҡыҙынан) — Гаяне (Ирэн), Аргентинала йәшәй.
- Улы — Вазген (Вааг) (1972—2003), әсәһенән күскән ауыр психик ауырыу менән сирләгән
- Ҡыҙы — Нуне (Нина) (1959—1998), Аргентинала үлеп ҡалған[7])
- Өсөнсө ҡатыны — Тамара, актёр, Әрмәнстан Яҙыусылар берләшмәһе рәйесе Грачья Оганесян ҡыҙы.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәБуласаҡ актёрҙың ике исеме булған. Тәүгеһе — Мгер, уны өйҙә шулай йөрөткәндәр. Рәсми исеме — Фрунзе — граждандар һуғышы геройы Михаил Фрунзе хөрмәтенә ҡушылған[8]).
Баласаҡта «Танау» ҡушаматын йөрөткән[9].
Хәтер
үҙгәртергә- 2006 йылда Әрмәнстанда почта маркаһы сыҡҡан.
- 2007 йылда Мәскәү заман сәнғәт музейында «Мимино» комедияһы геройҙарына арналған һәйкәл ҡуйылған, шул иҫәптән Мкртчянға ла.
- 2007 йылда М. Сарьян исемендәге скверҙа, Ереван үҙәгендә (Әрмәнстан) «Мужчины» фильмына ла һәйкәл асылды, шул иҫәптән Мкртчянға ла. Авторы — Давид Минасян.
- 2011 йылда Дилижан ҡалаһында ла (Әрмәнстан) «Мимино» комедияһына һәйкәл ҡуйылды.
- 2011 йылда Тбилиси (Грузия) Авлабари районында «Мимино» фильмы геройҙарына һәйкәл асылды, авторы — Зураб Церетели.
- Гюмри ҡалаһында уның исемле музей эшләп килә, Вардан Ачемян ис. Гюмри дәүләт драма театры алдында һәйкл ҡуйылған; Ереванда Мгер Мкртчяндың Артистар театрына мемориаль таҡта ҡуйылған.
Исемдәр һәм бүләктәр
үҙгәртергә- Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1971)
- Дағстан АССР-ы атҡаҙанған артисы (1972)
- СССР — ҙың халыҡ артисы (1984)
- СССР Дәүләт премияһы — «Мимино» фильмында ҡатнашҡан өсөн (1978)
- Әрмән ССР-ының Дәүләт премияһы — «Треугольник» фильмында ҡатнашҡан өсөн (1975)
- Изге Месроп Маштоц ордены (үлгәндән һуң) (2001)[10]
- Еревандағы Бөтәсоюз кинофестивале («Солдат һәм слон» фильмындағы актерлыҡ эше өсөн беренсе приз, 1978)
Фильмография
үҙгәртергә- 1955 — В поисках адресата — эпизод
- 1956 — Из-за чести — Вардан
- 1959 — О чём шумит река — Хачатур
- 1959 — 01-99 (ҡыҫҡа метражлы) — Гарсеван
- 1960 — Парни музкоманды — Арсен
- 1962 — Хозяин и слуга (ҡыҫҡа метражлы) — Симон
- 1963 — Огонь (ҡыҫҡа метражлы) — Мисак
- 1965 — Тридцать три — профессор Брокк
- 1966 — Кавказская пленница, или Новые приключения Шурика — Джабраил, Нинаның олатаһы
- 1966 — Айболит-66 — пират, Бармалейҙың моңһоу хеҙмәтсеһе
- 1966 — Формула радуги — милиционер
- 1966 — Двадцать шесть бакинских комиссаров — мыйыҡлы Гочи
- 1966 — Из времён голода (ҡыҫҡа метражлы) — Амбо
- 1967 — Треугольник — тимерсе
- 1968 — Белый рояль — Юсуф Юсуфович Ахмедов
- 1968 — Не горюй! — ҡулға алынған төрөк
- 1969 — Взрыв после полуночи — Мухташев
- 1969 — Вчера, сегодня и всегда — мируж
- 1969 — Фотография (ҡыҫҡа метражлы) — Аваг
- 1969 — Адам и Хева — Бекир
- 1971 — Мы и наши горы — көтөүсе Ишхан
- 1971 — Хатабала — Шак
- 1972 — Мужчины — Сурен
- 1972 — Айрик (Папа) — Овсеп
- 1972 — Памятник (ҡыҫҡа метражлы) — Авак
- 1973 — Приключения Мгера в отпуске — Мгер
- 1977 — Багдасар разводится с женой — Багдасар
- 1977 — Каменная долина — Сандро
- 1977 — Наапет — Апро
- 1977 — Солдат и слон — Арменак
- 1977 — Мимино — Рубик Хачикян (Рубен Вартанович Хачикян), шофёр
- 1979 — О, Геворк (ҡыҫҡа метражлы) — төп роль
- 1979 — Суета сует — Борис Иванович
- 1979 — Добрая половина жизни — эпизод
- 1979 — Приключения Али-бабы и сорока разбойников — Мустафа
- 1979 — Мир в зеркальце (киноальманах) — артист Мкртчян
- 1980 — Пощёчина — Григор-ага
- 1980 — Крупный выигрыш — Гарник
- 1981 — Тифлис—Париж и обратно — Рачик
- 1981 — Перед закрытой дверью — Вартан
- 1981 — Скромный человек (ҡыҫҡа метражлы) — главная роль
- 1982 — Песнь прошедших дней — Никол
- 1983 — Пожар — Рубен
- 1983 — Одиноким предоставляется общежитие — Нинаның ире
- 1984 — Легенда о любви — юлбаҫар
- 1984 — Всадник, которого ждут — эпизод
- 1984 — Танго нашего детства — атай
- 1987 — Как дома, как дела?
Телеспектаклдәр
үҙгәртергә- 1987 — На дне — Барон.
Режиссёр
үҙгәртергә- 1987 — «На дне» (фильм-спектакль) (П. Дноян менән).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #1018409726 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Mher Mkrtchyan // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Հայկական սովետական հանրագիտարան (әрм.) — Երևան: 1981. — Т. 7. — Б. 643—644.
- ↑ «Фрунзик Мкртчян Я так думаю…» Кора Церетели: рецензии и отзывы на книгу | ISBN 978-5-89533-216-0 | Лабиринт
- ↑ Что вы знаете о трагической судьбе Фрунзе Мкртчяна?
- ↑ Она ушла с мечтой о сцене 2011 йыл 30 декабрь архивланған.
- ↑ Êàê îíè óìåðëè (Ôðóíçå Ìêðò÷ÿí)
- ↑ Вита Рамм. Человек с хорошим лицом 2009 йыл 28 февраль архивланған. // Известия, 28.12.2008
- ↑ Наум Ципис. Эпикур Неоклетович и замостянские клички, журнал «Мишпоха», № 32, 2013
- ↑ Награды Фрунзика Мкртчяна 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт http://imyerevan.com 2019 йыл 15 март архивланған. о Фрунзике Мкртчяне
- Сайт музея Фрунзика Мкртчяна в г. Гюмри
- Фрунзик Мкртчян (инг.) Internet Movie Database сайтында(англ.) на сайте Internet Movie Database
- Судьба судила его по закону гор // МК, 16 апреля 2004.
- Смотреть советские фильмы с участием Ф. 2016 йыл 24 март архивланған. Мкртчана 2016 йыл 24 март архивланған..