Маяковский һәйкәле (Мәскәү)

Владимир Маяковский һәйкәле 1958 йылда Мәскәүҙә Маяковский майҙанында (хәҙер был Триумф майҙаны) ҡуйылған. Монументтың авторы — скульптор Александр Кибальников[2] һәм архитекторы Дмитрий Чечулин. Скульптура федераль әһәмиәттәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Маяковский һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1958
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверской районы[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Һүрәтләнгән объект Маяковский Владимир Владимирович
Архитектор Дмитрий Чечулин[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27605600?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Бейеклеге/буйы 10 метр
Указания, как добраться Триумфальная площадь
Карта
 Маяковский һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә

Шағир һәйкәленә Маяковский майҙанында Бөйөк Ватан һуғышы алдынан — 1940 йылдың апрель айында нигеҙ һалына. Скульптура проекты өҫтөндә эш һуғыш менән туҡтатыла. 1950 йылдар башында тағы ла конкурс иғлан ителә, унда скульптор Александр Кибальников, Сергей Коненков, Матвей. Манизер, Евгений Вучетич, Михаил Аникушин һ.б. ҡатнаша. Һәйкәлдәр проекты күргәҙмәһе Мәскәүҙә 1953 йылда Тарих музейында үтә.

СССР маркаһында һәйкәл
Мәҙәни мираҫ объекты, объект № 7710910000



объект № 7710910000

Александр Кибальников Маяковский скульптураһы өҫтөндә алты йыл эшләй, һәм ул 1958 йылда әҙер була[3]. Маяковский майҙанында һәйкәлде оптималь урынлаштырыу өсөн, ағастан натураль ҙурлыҡтағы макет әҙерләнә, уны майҙан буйлап күсерәләр.

Һәйкәл асыу тантанаһы 1958 йылдың 28 июлендә, 1930 йылдар уртаһынан Маяковский исемен йөрөткән майҙанда үтә. Һәйкәл асыу тантанаһында халыҡ күп була. Йәмәғәтселек вәкилдәре, яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре сәхнәгә күтәрелеп телмәрҙәр әйтә. Һуңынан Маяковский һәйкәле шағирҙарҙың традицион осрашыу урыны була[4].

Бронзанан эшләнгән скульптура гранит постаментҡа ҡуйылған. Маяковский асыҡ пинжәктә шиғыр һөйләүсе позаһында баҫып тора. Уның һул ҡулында — ҡуйын дәфтәре. Монументтың авторы — скульптор А.П. Кибальников — 1959 йылда үҙ эше өсөн Ленин премияһына лайыҡ була[2]. «Маяковскийҙың ҙур кәүҙәһе бейек булмаған постаментҡа ҡуйылған. Шағир тирә- йүндәгеләргә мөрәжәғәт иткән кеүек, хәрәкәттәре тәүәккәл һәм ҡыйыу»[5]

Постаментта Владимир Маяковскийҙың юлдары уйып яҙылған[4]:

« И я,
как весну человечества,

рожденную

в трудах и в бою,

пою

мое отечество,

республику мою!

»

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Маяковские чтения

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. 2,0 2,1 Кибальников Александр Павлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Александр Кибальник: академигы, скульптор 2020 йыл 21 сентябрь архивланған.
  4. 4,0 4,1 Маяковский Майҙанда: 1958-1965
  5. Урыҫ һәм совет сәнғәте тарихы. Под ред. д. В Сарабьянов. Юғары мәктәп, 1979. 355. с.