Әүәләк (рус. Аваляк)— Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Учалы һәм Белорет райондарында урынлашҡан . Иң бейек түбәләре — Абарашбаш (1292 м) һәм Оло Әүәләк (1205 м). Әүәләккә көнбатыштан Ирәмәл тауы тоташа.

Әүәләк
Аваляк
Координаталар: 54°32′35″ с. ш. 58°58′43″ в. д.HGЯO
УрынлашыуыБашҡортостан Башҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары
Оҙонлоғо40 км
Иң бейек түбәһеАбараш Баш
Тау түбәһе бейеклеге1292 м
Әүәләк (Рәсәй)
Точка
Әүәләк
Әүәләк (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Әүәләк

Тауҙың көнсығыш битенән, диңгеҙ кимәленән 720 метр бейеклектә, Башҡортостандың төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы башлана[1].

Тау арҡаһы Әй йылғаһынан Оло Әүнәр йылғаһына тиклем һуҙыла. Тау битендә ҡарағай-ҡайын ағастары үҫә. Тау арҡаһы 40 км-ға һуҙылған.

Топонимика үҙгәртергә

Ҡайһы бер юрамалар буйынса Әүәләк һүҙе аулаҡ (кешеһеҙ) һүҙенән килеп сыҡҡан. Әммә бындай аңлатма башҡорт филологияһы кимәлендә ҡаршылыҡҡа осрай. Был һүҙ башҡорт исеменән килеп сыҡҡан тигән аңлатма ла бар[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә