Тель-Брак

Боронғо төньяҡ Месопотамиялағы ҡала

Тел(л)ь-Брак, борон Нагар — Сүриәнең Әл-Хәсәкә провинцияһы территорияһында Һабур йылғаһы үрендә табылған археологик ҡаласыҡ, боронғо төньяҡ Месопотамияның иң эре ҡаласыҡтарының береһе. Ҡалҡыулыҡтың бейеклеге  —  яҡынса 40 метр, оҙонлоғо — 1 километр тирәһе, майҙаны 130 гектар самаһы.

Тель-Брак
Рәсем
Дәүләт  Сүриә[1]
Административ-территориаль берәмек Эль-Хасака[d]
Рәсми сайт tellbrak.mcdonald.cam.ac.uk
Карта
 Тель-Брак Викимилектә

Маллоуэн тарафынан ҡаҙып сығарылған Нарам-Син һарайы, түбәнге көньяҡ өлөшө
Төньяҡтағы ҡалҡыулыҡтар. Митанни һарайы тирәһендәге ҡаҙыныуҙар

Бында неолит ахыры, шумер дәүләте, Аккад  империяһы  дәүерҙәрендә һәм бронза быуатының аҙағына тиклем тораҡ булған.

Тарихы үҙгәртергә

Тель-Бракты  британ  археологы сэр Макс Маллоуэн (Агата Кристиҙың ире)  1937 һәм 1938 йылдарҙа тикшергән[2]. Һуңыраҡ  Лондон  университетының Археология институты археологтары, шунан  Кембридж университетының  Макдональд археологик тикшеренеүҙәр институтынан  Дэвид һәм Джон Оутстар етәкселегендәге археологтар төркөмө бында 1976— 2004 йылдар эсендә бер нисә миҙгел үткәрә[3][4][5].  2006 йылдың яҙынан тикшеренеүҙәргә Augusta McMahon етәкселек итә. Һуңғы тапҡыр ҡаҙыныуҙар 2011 йылда үткәрелә; әле археологик эштәр Сүриәлә барған граждандар һуғышы арҡаһында туҡтатылып торған.   

Был ерҙә беҙҙең эраға тиклем 6000 йылда уҡ ҙур булмаған торама барлыҡҡа килгән. Бында халаф мәҙәниәте  артефакттары табылған[6].

Торама артабанғы убайд һәм урук осорҙарында ла йәшәүен дауам итә. Ҡаҙыныуҙар барышында беҙҙең эраға тиклем  4-се мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән ҡала табылған.

Беҙҙең эраға тиклем   3-сө мең йыллыҡтың шына яҙыуҙары Нагарҙы  Левант менән төньяҡ Месопотамия араһында ятҡан эре тораҡ пункт итеп телгә ала. 

Иртә бронза быуаты аҙағына  (беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыллыҡ) ҡала бәләкәйләнә, был тотош төбәк бөлгән ваҡытҡа тап килә. Тарихсылар был бөлөүҙе климаттың киҫкен үҙгәреүе менән бәйләй. 

Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһында  һаман бәләкәй тораҡ булып ҡалған ҡалала  мөһабәт һарай һәм митанни  ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килә (беҙҙең эраға тиклем 1500—1360 йылдар). Торлаҡ биналарын файҙаланыу дауам итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. M.E.L. Mallowan, Excavations at Brak and Chagar Bazar, Iraq 9, pp. 1-259, 1947
  3. D. and J. Oates, «Excavations at Tell Brak, 1990—91» in Iraq 53, pp 127—45.
  4. D. and J. Oates and Helen McDonald, 1998. Excavations at Tell Brak — Vol. 1: The Mitanni and Old Babylonian periods (London : British School of Archaeology in Iraq/Cambridge: McDonald), ISBN 0951942050
  5. D. and J. Oates and Helen McDonald, 2002 Excavations at Tell Brak — Vol. 2: Nagar in the Third Millennium BC (London : British School of Archaeology in Iraq/Cambridge: McDonald) Institute for Archaeological Research, ISBN 0951942093
  6. Joan Oates and David Oates, Tell Brak: A Stratigraphic Summary, 1976—1993, Iraq, vol. 56, pp. 167—176, 1994

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Donald Matthews and Jesper Eidem, 1993. «Tell Brak and Nagar» in Iraq 55, pp201—7.
  • Joan Oates et al., Early Mesopotamian urbanism: a new view from the north, Antiquity. September 2007, Vol. 81, Iss. 313; pg. 585
  • Donald M. Matthews, The early glyptic of Tell Brak: cylinder seals of third millennium Syria, Vandenhoeck & Ruprecht, 1997, ISBN 3525538960
  • David Oates and Joan Oates, Akkadian Buildings at Tell Brak, Iraq, vol. 51, pp. 193—211, 1989
  • G. Wilhelm, A Hurrian Letter from Tell Brak, Iraq, vol. 53, pp. 159—168, 1991
  • Joan Oates, Some Late Early Dynastic III Pottery from Tell Brak, Iraq, vol. 44, no. 2, pp. 205—219, 1982
  • Roger Matthews, Excavations at Tell Brak, vol. 4: Exploring an Upper Mesopotamian Regional Centre, 1994—1996, McDonald Institute for Archaeological Research, 2001, ISBN 1902937163
  • David Oates and Joan Oates, Excavations at Tell Brak 3: The Uruk and Ubaid Periods, McDonald Institute for Archaeological Research, 2008, ISBN 1902937155

Һылтанмалар үҙгәртергә