Самойлович музейы

Самойлович музейы  — совет поляр тикшеренеүсеһе, профессор (1928), география фәндәре докторы (1934) Самойлович Рудольф Лазаревичтың мемориаль комплексы. 1981 йылдың 11-12 сентябрендә асылған. Әлеге көндә илдә Арктика һәм Антарктиканың поляр тикшеренеүсеһенә арналған берҙән-бер музей. Музейҙың адресы: Ростов өлкәһе, Аҙау ҡалаһы, Ленинград урамы, 46-сы йорт.

Самойлович музейы
Асылған ваҡыты 1981
Урынлашыуы Ростов өлкәһе, Аҙау ҡалаһы
Логотип Викисклада Самойлович музейы Викимилектә
Тышҡы рәсемдәр
Здания музея Р. Л. Самойловича

Тарихы үҙгәртергә

Совет поляр тикшеренеүсеһе, профессор (1928), география фәндәре докторы (1934) Самойлович Рудольф Лазаревичтың музейы 1981 йылдың 12 сентябрендә мемориаль комплекс булараҡ асыла. Ул илдә Арктика һәм Антарктиканың поляр тикшеренеүсеһенең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған илдә берҙән-бер музей[1]. Музейҙа ғалимдың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған мультимедиялы экспозиция асылған.

Рудольф Самойловичтың исеме Амундсен, Скотт, Ф. Нансен, Русанов һәм башҡалар кеүек поляр тикшеренеүселәренең исеме менән бер рәттә тора. Ғалим Арктиканы өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. 1938 йылда Р. Л. Самойлович репрессиялана, 1939 йылдың 4 мартында атыла.

География фәндәре докторы, профессор, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары кавалеры, СССР География йәмғиәте һәм «Аэро-Арктика» Халыҡ-ара йәмғиәт етәксеһе, АҠШ-тың, Швецияның, Австрияның география йәмғиәттәренең почетлы ағзаһы Р. Л. Самойлович Аҙау ҡалаһында тыуған һәм үҫкән. Ғалим Арктикаға 20-гә яҡын фәнни-тикшеренеү экспедицияһы ойошторған.

Хәҙерге ваҡытта ғалимдың музейы Р. Л. Самойловичтың атаһының бер ҡатлы кирбес йортоноң бер өлөшөн биләй. Был өйҙә уның ғаиләһе йәшәгән. Бында йәш Рудольф Лазаревич дүрт класлы ирҙәр прогимназияһын тамамлай, аҙаҡ Мариуполдә Александр гимназияһында уҡый. Гимназияны тамамлағас, немец ҡалаһы Фрейбургта Тау академияһында уҡый.

Музей экспозицияһында Аҙау прогимназияһы уҡыусыһының мемориаль бүлмәһе ҡуйылған. Унда XIX быуат аҙағы — XX быуат башы интерьеры булдырылған. Стеналарында ысын фотографиялар эленеп тора, шәхси әйберҙәре һәм кәрәк-яраҡтары урынлаштырылған. Яҙыу өҫтәле һәм ултырғысы, яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы, китаптары — барыһы ла Самойлович гимназияла уҡыған осорҙағы үҙенеке. Ғалимдың эш һөҙөмтәләре художестволы композицияларҙа, китаптарҙа, фотографияларҙа сағыла. Музей залында Р. Л. Самойловичтың скульптор И. Шицбург ижад иткән бюсы ҡуйылған.

Фотографиялар араһында —  Р. Л. Самойлович алты йәшлек сағында, Аҙауҙың яр буйы, ирҙәр прогимназияһы, Мариуполь урамдары, Рудольф уҡыған Мариуполь гимназияһы, «Рудольф Лазаревич Самойлович» фәнни-тикшеренеү судноһы фотографияһы.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Каневский З. М. Рудольф Самойлович: превратности судьбы // Наука в СССР. — 1990. — № 2 (март-апрель)..
  • Самойлович Р. Л. Путь к полюсу. — Л.: Изд-во Всесоюзного Арктического института, 1933.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә