Кудрявцев Игорь Николаевич

Кудрявцев Игорь Николаевич (23 декабрь 1944 йыл) — рус совет шағиры.

Игорь Николаевич Кудрявцев
Тыуған көнө:

23.12.1944

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Вологда өлкәһе, Сокол ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Ижад йылдары:

1958 — хәҙергәсә

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Дебют:

«Ранняя тропа» шиғырҙар йыйынтығы (1978)

Биографияһы үҙгәртергә

Игорь Николаевич Кудрявцев Вологда өлкәһе Сокол ҡалаһында тыуған. Артабан уның ғаиләһе Краснодар крайының Кущевская станицаһына күсеп килә. 1962 йылда Ростов ауыл хужалығы машиналары эшләү техникумына, ә 1985 йылда — Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының Юғары әҙәбиәт курстарына уҡырға инә. «Ростсельмаш» заводында йыйыусы-слесарь булып эшләй, заводтың әҙәби берләшмәһендә ағза була. Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1967-1975 йылдарҙа стандарттар һәм үлсәү техникаһы Дәүләт надзоры лабораторияһында эшләй. 1977 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына ҡабул ителә. Хәҙерге ваҡытта Дондағы Ростовта йәшәй, Ростов өлкәһе ауыл хужалығы министрлығының пресса хеҙмәтендә етәксе булып эшләй. Беренсе етәксеһе Дон шағирәһе Елена Нестерова булған Ростов өлкәһе йәш яҙыусылары «Дон» әҙәби берләшмәһен етәкләй.

Ижады үҙгәртергә

Кудрявцевтың тәүге шиғырҙары 1959 йылда «Ростсельмашевец» гәзитендә баҫылып сыға. Ул «Москва», «Молодая гвардия», «Огонёк», «Смена», «Дон» журналдарында, үҙәк һәм өлкә гәзит-журналдарында, коллектив йыйынтыҡтарҙа шиғырҙарын баҫтыра. Үҙенең әҙәбиәт уҡытыусыһы итеп Ростов шағиры, беренсе китабының мөхәррире булған Александр Рогачёвты , һуңғараҡ шулай уҡ Евгений Долматовскийҙы һанай. Тәүге шиғырҙар китабы «Ранняя тропа» Дондағы Ростовта сыға (1978) Был китабы өсөн И. Н. Кудрявцев СССР Яҙыусылар союзы, ВЛКСМ Үҙәк комитеты, СССР Дәүләт нәшриәт комитеты һәм Беренсе Бөтә Союз йәш яҙыусылары конкурсының премияларына лайыҡ була һәм 1979 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Артабан уның һигеҙ шиғырҙар китабы һәм бер нисә документаль-тарихи әҫәрҙәре Ростов һәм Мәскәү ҡалалары нәшриәттәрендә баҫыла. Игорь Кудрявцев шиғырҙарының тематикаһы күп төрлө. Ул философия, мөхәббәт лирикаһын, көнүҙәк йәмәғәт-сәйәси һәм тарихи темаларға шиғырҙар яҙа, Дон ерен, уның кешеләрен һәм тәбиғәтен һүрәтләй. Кудрявцев шиғырҙары араһында иң ҙур популярлыҡ яулағаны - «Дуэль» шиғыры:

Раздался выстрел на опушке,
Заставив вздрогнуть чёрный лес…
Лишь на мгновенье умер Пушкин,
И лишь мгновенье жил Дантес[1].

Маҡтаулы исмедәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР Яҙыусылар союзы, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты, СССР Дәүләт нәшриәт комитеты һәм Беренсе Бөтә Союз йәш яҙыусылар конкурсы лауреаты

Китаптары үҙгәртергә

  • Ранняя тропа: Стихи. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1978. — (Первое слово). — Тираж 6000 экз.
  • Слышу поступь дня: Стихотворения и поэма. — М.: Современник, 1981. — (Первая книга в столице). — Тираж 10000 экз.
  • На стыках земных: Стихи, поэма. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1985. — (Донская поэзия). — Тираж 5000 экз.
  • Уклад. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1989. — Тираж 1000 экз. — ISBN 5-7509-1263-9
  • Мгновенье сладкого ожога. — Ростов-на-Дону: «Литера-Д», 1992. — Тираж 1000 экз. — ISBN 5-7509-0443-1
  • Я люблю тебя тысячу лет… : Избранное . Сихи. Поэма / Игорь Кудрявцев [в авт. ред.]. — Ростов-на-Дону: АКРА, 2004. — 223 с. — Тираж 1000 экз. — ISBN 5-98213-003-6
  • Поэзия прозы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. М. Каминская. Заговор — кого? — KM.RU, 9 февраля 2007(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Писатели Дона: Библиографический указатель/Под ред. Г. Г. Тягленко . Издание 2-е, исправленное и дополненное. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1986.
  • Долматовский Е. А. Разрыв сердца. — Октябрь, 1979, № 3, с. {0}[13]{/0}} (1936)

Һылтанмалар үҙгәртергә