Карел ҡайыны — (рус. Каре́льская берёза (уст. «корельская берёза») — Карелияла үҫкән үҙәағасы биҙәкле ҡайын ағасы төрө (лат. Betula pendula var. carelica), олононда ҡалынайған сығынтылары (оро) булған, матур текстуралы ағас. Семәрле һүрәттәре менән айырылып тора, ныҡлы, ҡаты һәм беше, эшкәрткәндә асыҡ-һары ерлегенә ҡара-көрән төҫ бирә.

Карел ҡайыны
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Betula pendula var. carelica Hämet-Ahti, 1984[1]
Таксономия рангыһы разновидность[d][1]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон B. pendula[d]
Базионим Betula alba var. carelica[d][1]
Этот таксон является источником Karelian birch[d]

Балта оҫталары был исем менән шулай уҡ ороларын һәм башҡа төр ҡайын тамырҙары янындағы бормалы һүрәтле олондарҙы ла атай һәм ҡуллана.

Тарихы үҙгәртергә

Карел ҡайынын тышҡы күренешенең матурлығы һәм ныҡлығы юғары булған өсөн элек-электән халыҡ юғары баһалай. Владимир Даль ошондай һүҙҙәр менән телгә ала: «Береза карельская, березовая свиль, блона, наплав, кап, сувойчатая береза». XIII быуаттан башлап (археологик табылдыҡтар билдәле), ул төрлө сәнғәт һәм көнкүреш әйберҙәре етештереүҙә ҡулланыла … үҙағасын Карелия кабиләләре һалым түләү өсөн ҡулланған. Рәсәй әҙәбиәтендә карел ҡайыны тураһында беренсе мәғлүмәт 1766 йылда, «урман белгесе» Фокель Карелиялағы һәм уның янындағы төбәктәрҙәге урмандарҙы һүрәтләгәндә яҙып ҡалдырылған[2].

Рәсәй архитекторы В. П. Стасов карел ҡайынынан эшләнгән мебелде беренселәр иҫәбендә ҡулланыуға индергән тип әйтергә була"[3].

Карел ҡайыны тигән исемде 1857 йылда рус ғалимы К. .Е Мерклин[4].хеҙмәттәрендә телгә ала.

Үҙағастағы һүрәт серҙәре үҙгәртергә

 
Карел ҡайын ағасына хас һүрәт
 
Карел ҡайыны өлгөһө. Карелия Республикаһы милли музейы

Әлегә тиклем ағастағы семәрҙәр сәбәптәре тураһында бер фекергә килә алғандары юҡ. Ағастың минераль туҡланыуы боҙолоу менән бәйле, вируслы инфекция йәки үҫемлек генотибына йоғонто яһаусы нәҫел ауырыуы, филогенетик үҫеш тәбиғәтенә бәйле тигән фекер бар. Декоратив текстура тоҡомдан килә, ләкин был күренештең генетик бирелеше әлегә билдәләнмәгән. Ике карел ҡайын үҫемлеген ҡауыштырыу һөҙөмтәһендә декоратив үҙенсәлектәр һәр саҡ һаҡланмай. Ағастың биҙәкле булыу-булмауын асыҡлау өсөн иң кәм тигәндә 5-10 йыл ваҡыт кәрәк[4].

Ҡулланыу үҙгәртергә

1917 йылдың «Фаберже» фирмаһы император Николай II заказы буйынса карел ҡайынынан пасха йомортҡалары эшләгән, ул «Берёзовое» тип аталған.

Карел ҡайыны биҙәкле материал булараҡ тартмалар, тәмәке һауыттары, биҙәнеү әйберҙәре, мебель етештереү өсөн ҡулланыла. Материалдың етмәүе арҡаһында һуңғы ваҡытта карел ҡайыны шпоны ҡулланыла.

Селтәрле епһелдәре һәм бормалы структураһы арҡаһында, карел ҡайынын ярып булмай тиерлек, шуға күрә инструменттарҙың һынырҙай өлөштәрен яһау өсөн ҡулланыла[5] . Уның олононда ике етешһеҙлек — орололоҡ һәм бормалылыҡ.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Соколов Н. О. Карельская берёза. — Петрозаводск: Госиздат КарелоФинской ССР, 1950. — 116 с.: ил.
  • Любавская А. Я.. Селекция и разведение карельской берёзы. — М., 1966.
  • Любавская А. Я.. Карельской берёза. — М., 1978. — 157 с.
  • Андреев К. А. Редкие деревья Карелии. — Петрозаводск, 1981.
  • Ермаков В. И. Механизмы адаптации берёзы к условиям Севера. — Л.: Наука, 1986. — 144 с.
  • Ермаков В. И., Ветчинникова Л. В., Бумагина З. Д. Результаты исследований природы берёзы карельской. — Деп. в ВИНИТИ 21.02.90 N1068-B90, 1990. — 43 с.
  • Ветчинникова Л. В. Клональное микроразмножение селекционного материала берёзы карельской // Науч. основы селекции древесных растений Севера. — Петрозаводск: КарНЦ РАН, 1998. — C. 73—87.
  • Ветчинникова Л. В. Карельская берёза: ареал, разнообразие, охрана и перспективы воспроизводства // Тр. КарНЦ РАН. — В. 6. — Петрозаводск, 2004.
  • Ветчинникова Л. В. Карельская берёза и другие редкие представители рода Betula L. — М.: Наука, 2005. — 268 с.
  • Николаева Н. Н., Новицкая Л. Л. Структурные особенности ассимиляционного аппарата и формирование аномальной древесины карельской берёзы // Лесоведение. — № 1. — 2007. — C. 70—73.
  • Ветчинникова Л. В., Титов А. Ф., Кузнецова Т. Ю. Карельская береза: биологические особенности, динамика ресурсов и воспроизводство. — Петрозаводск: КарНЦ РАН, 2013. — 312 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Портал Карелия