Шривиджая: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Тарихи мәғлүмәттәр: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
14 юл:
 
Шривиджаяға 500 йылға тиклем нигеҙ һалына, фараз буйынса ул Кантоли (Kan-t’o-li) дәүләте урынында барлыҡҡа килә. Ҡытай сығанаҡтарында йөҙ йылдан һуң Суматра утрауындағы ике батшалыҡ телгә алына — ''Джамби'' һәм ''Палембанг''. Шул уҡ ваҡытта Джамби тигәне, етерлек дәрәжәлә көслө һәм ҡеүәтле булып, Ҡытай менән ныҡлы бәйләнеш урынлаштырып, тотороҡло мөнәсәбәттәр тотоп көн итә. Изге урындарға сәфәр ҡылыусы будда дине вәкиле И Цзин яҙып ҡалдырыуынса, 686 йылда Джамби Шривиджая тарафынан баҫып алына.
 
Сауҙа юлдарындағы уңайлы гаванда урынлашыуы Палембанг батшалығының сәскә атыуына булышлыҡ итә: бында төрлө туҡымалар, ҡиммәтле таштар, фил һөйәге, көмөш, камфара, ағастың затлы төрҙәре, татлы тәмләткестәр, төтәҫтәр, хатта филдәр менән һатыу итеү юғары кимәлдә ойошҡан була. Сауҙа караптары Малакка һәм Зонд боғаҙҙары аша йөрөгән, улар Һиндостан, Ҡытай һәм Ғәрәбстан ярымутрауы тауарҙары менән алышҡан. Малакка боғаҙын шулай уҡ диңгеҙ ебәк юлы тип тә атап йөрөткәндәр.
 
== Иң юғары күтәрелеш ==
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шривиджая» битенән алынған