Рамаяна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
42 юл:
{{main|Версии Рамаяны}}
Эпостың идея һәм образдары [[Калидаса]], [[ Рабиндранат Тагор]], [[Джавахарлал Неру]] , [[Махатма Ганди]] кеүек яҙыусы һәм аҡыл эйәләренең эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған. М.Ганди Рамаға бәйле индуизм тәғлимәте яҡлы булған, һуңғы һулышын алғанда Рама исемен әйтеп өлгөргән тиҙәр. "Рамаяна"ның эстәлеге быуаттар буйы бихисап сәнғәт әҫәрҙәрендә, әҙәби әҫәрҙәрҙә, халыҡ театрында һәм пантомимала һөйләнеп килә. Хәҙерге Һиндостанда һәр бер ауыл йәки ҡалала сәғәттәр буйы, хатта бер нисә көн буйы "Рамаяна"ны көйләп һөйләүсе халыҡ сәсәндәрен осратырға була. «Рамаяна» нигеҙендә әллә күпме әҙәби әҫәр тыуа, улар араһында иң билдәлеләре — Криттибас Оджханың «Криттиваси Рамаяна», Тулсидастың «Рамачаритаманаса», Камбарҙың һәм Нарахари Кавиҙың «Тораве Рамаян» тигән әҫәрҙәре.
 
«Рамаяна» Һиндостандағы бик күп телдәргә, шулай уҡ тамил теленә лә тәржемә ителгән . Был «тәржемәләр»ҙең бер-берһенән айырмалары ла бар. Мәҫәлән, "Рамаяна"ның тамил вариантында Бхарадваджа риша Атри улы тиелә (башҡа варианттарҙа ул- Брахманаспати (Брихаспати) улы). Индустарҙың "Рамаяна"ны нисек хөрмәт итеүе тураһында «Рамаяна» авторының поэмаға инеш һүҙендә үк күрһәтелә: "изге торомош биреүсе "Рамаяна"ны уҡыған һәм ҡабатлаған кеше ниндәй ҙә булһа гонаһтан азат, бөтә вариҫтары менән күктә иң бейеккә олғашасаҡ". "Рамаяна"ның икенсе китабында Брахма исеменән ошолай тиелә: «тауҙар менән йылғалар ер йөҙөндә булған саҡта „Рамаяна“ тарихы ла донъя буйлап тараласаҡ».
 
Поэманың геройҙары Рама, Сита,Лакшмана, Бхарата, Хануман һәм Равана-Һиндостан халҡының мәҙәни аңының айырылғыһыҙ өлөшө .
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рамаяна» битенән алынған