Ҡышлауар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Кашляуар" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

08:03, 20 октябрь 2020 өлгөһө


Ҡышлауар - Рәсәй йылғаһы, Башҡортостандың Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Йылға башы Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярынан 664 км алыҫлыҡта ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.

Атамаһы

Ҡышлауар атамаһы ҡышлау (урыҫса зимовка) һүҙенән алынған. (Топонимика)


Сафиулла Иҫәновтың сайтынан[1]:

Башҡорттар ырыуҙарға берләшеп йәшәгән осорҙа Урғаҙа йылғаһы буйында Арыҫлан исемле ҡарт көн иткән. Уның оло ҡатынынан Байыш, Йомаш, Ямаш исемле улдары булған. Йомаш менән Ямаш һунар итергә яратҡан. Шулай бер көндө, бүре ҡыуа торғас, улар бай тәбиғәтле, һоҡланғыс, мул һыулы йылға буйына килеп сыға. Был йылға Һаҡмар була. Йәй үтә. Ҡыш тыуып, тәүге ҡар яуғас та улар был матур туғайға тағы ла бүре ауларға килә. Көнө буйы йәнлек баҫтырып, Ямаштың аты бик арый. Шуға ул, аҙаҡ килеп алырбыҙ тип, арыған атын ҡалдырып, алмашҡа алған атын менеп, ҡайтып китә. Бер нисә көндән киләләр, әммә көслө буран сығып киткәс, атты таба алмай, бүре-маҙар ашағандыр инде тип, кире боролалар.

Йәй еткәс улар тағы ла шул туғайға киләләр, аптырап китәләр, теге аттары иҫән-һау, йылға буйында утлап йөрөй икән. Шунан ат ҡышлап сыҡҡан был ергә «Ҡышлауар» тип исем бирәләр.

Ҡышлауар – 1-се Этҡол ауылының йәме генә түгел, ә Һаҡмар йылғаһының төп туйындырыусыһы ла. Мал-тыуарҙы һуғарыу өсөн бик тә уңайлы, ҡош-ҡорт көноҙоно шунда. (көйәнтәләр сөйгә эленгән)

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы һыу Урал бассейны округын ҡарай, һыу хужалығы участкаһыҺаҡмар йылғаһы башынан Оло Эйек йылғаһына ҡушылғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200004938
  • Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200493
  • Бассейн коды — 12.01.00.005
  • ГӨ буйынса томы — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар