Әл-Ҡүбә мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
56 юл:
 
[[Файл:Front Quba Mosque.JPG|thumb|300px|Мәсет манаралары]]
''' Әл-Ҡүбә мәсете ''' ({{lang-ar|مسجد قباء}})  — [[Ғәрәп ярымутрауы]]нда хәҙерге [[Сәғүд Ғәрәбстаны]] биләмәһендә [[Мәҙинә]]нән алыҫ түгел төҙөлгән , Ислам тарихында тәүге мәсет. Беренсе таштарын [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] ([[Салауат (Ислам)|саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм]]) үҙе һалған, [[сәхәбәләр]]е төҙөп бөтөргән.
 
== Әһәмиәте ==
[[FileФайл:مسجد قباء.jpg|thumb|слева|[[Әл-Ҡүбә мәсете]] төндә. [[Мәҙинә]].]]
 
Әл-Ҡүбә мәсете [[мосолмандар]] өсөн изге [[Мәҙинә]] ҡалаһы янында урынлашҡан. Уның тәүге таштарын [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] һалғаны мәғлүм. Мәгәр мәсетте уның [[сәхәбәләр]]е тамамлап ҡуйған.
 
Тарихи ваҡиға - — Һижрәт осоронда төҙөлгән булыуы менән айырата әһәмиәтле. Заманында Ҡүбә Мәҙинә үҙәгенән 4-5  км ккөньяҡтараҡ урынлашҡан булған, хәҙер инде ҡала һыҙатында ҡалған.
Әл-Ҡүбә мәсете оло әһәмиәткә икәнлеге уның әл-Бохари "Сәхих"ендәге хәҙистәрҙең 19-ында телгә алыныуынан да күренә. Мөслим "Сәхих"ендә уның тураһында 13 хәҙистә, Әбү Дауыттың тупланмаһында - — 2 хәҙисендә, имам Мәликтең «әл-Мүәттә»һендә 6 хәҙистә әйтелә.
 
Әл-Ҡүбә мәсетенә барыу - — сөннәт. Мөмкинсә, унда шәмбе көн барыу яҡшыраҡ. Унда [[Аллаһы тәғәлә]]гә яҡыныраҡ булыр өсөн намаҙ уҡырға ниәтләп барыу сауаплы.
 
== Тарихы ==
[[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] ([[Салауат (Ислам)|саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм]]) Мәккәнән Мәҙинәгә Һижрәте ваҡытында ҡалаға инеп етмәй, Ҡүбә тигән ерҙә туҡтай.
Бында Ул Әмер ибн Әүф тигән кешенең улдарында ҡунаҡ була һәм 20 төн тирәһе доғалар, намаҙҙар менән Хәҙрәте [[Али ибн Әбү Талип |Али]]ҙы көтөп үткәрә. Тап ошо ваҡытта мәсеткә нигеҙ һалына ла инде. [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] унда үҙе ҡатнаша.
Мәсет нигеҙе квадрат рәүешендә, 32х32 метр дәүмәлендә була.
Хәҙрәте Әбү Хөрәйрә фекеренсә, Ҡөрьән Кәримдә был мәсет тураһында ошолай әйтелгән:
79 юл:
{{Коран/Цитата
| Тәүге көндән үк тәүәккәллеккә нигеҙләнгән мәсет һиңә [намаҙ] тороу өсөн яҡшыраҡ. Унда — таҙарырға теләгән кешеләр. Аллаһ таҙарғандарҙы ярата!|9|108
|тәржемә=башҡортса}} <ref>Мечеть Аль-Куба [http://mahalla1.ru/history_rubric/mosques-of-the-world/mechet-al-kuba-medina-saudovskaya-araviya.php]</ref>
 
Тап ошо мәсеттә [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] ([[Салауат (Ислам)|саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм]]) имам булып баҫып, беренсе йома намаҙы уҡылған. Һижрәтенән һуң Аллаһ Рәсүле шәмбе көндәре, һирәкләп - — дүшәмбелә ошо мәсеткә килә торған булған. Ҡайһы мәл дөйәгә атланып, ҡайһы саҡ йәйәү килеп, ул ошонда намаҙ уҡып ҡайтҡан.
 
Ошондай хәҙис бар: <blockquote>«Кем дә кем тәһәрәт алып Ҡүбә мәсетенә намаҙ уҡырға барһа, уға Үмрә сауабы яҙылыр» (''Ибн Мәжә, Иҡәмә, 198; Тирмизи, Салә, 24''2)</blockquote>.
 
=== Мәғрифәтселек үҙәге ===
Мәҙинәләге ән-Нәбәүи мәсетендә лә, ундағы 9 мәсет менән әл-Ҡүбә мәсетендә даими рәүештә мәғрифәтселек эше алып барылған. [[Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |Мөхәммәт Пәйғәмбәр]] ([[Салауат (Ислам)|саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм]]) быны даими тикшереп торған (''Ибн Әбделбәр'').
 
=== Үҙгәрештәр кисереүе ===
[[Хәлифә]] сағында [[Ғүмәр ибн әл-Хәттаб]] (р.ғ.) һәр кесе йома һәм дүшәмбе көн килеп йөрөгән. Ул: «Ҡүбә бик йыраҡта булһа ла мин унда дөйәмә атланып килер инем», ти торған булған (''Ибн Сад, Тәбәкәт, I, 245''). [[Усман ибн Әффан]] (р.ғ.) һәм Ғүмәр ибн Әбделғәзиз хәлифәлеге ваҡытында мәсет киңәйтелгән. Унан һуң да күп тапҡырҙар төҙөкләндерелгән. 1245 (1829) әл-Ҡүбә мәсете Солтан Мәхмүт II бойороғо менән яңынан төҙөтөлгән. Һуңғараҡ [[Сәғүд Ғәрәбстаны]] инициативаһы менән мәсет һүтелгән һәм урынына көмбәҙле, ике манаралы яңы мәсет төҙөтөлгән<ref>Мечеть, в которой был прочитан первый в истории джума-намаз [https://islam-today.ru/istoria/mecet-v-kotoroj-byl-procitan-pervyj-v-istorii-dzuma-namaz/]</ref>
 
== Архитектураһы ==
[[XX быуат]]та 1986 йылда Мысыр архитекторына иҫке мәсеткә алмашҡа яңы ҙур мәсет төҙөргә ҡушылғас, ул иҫке мәсетте яңыһының проектына индерергә уйлай,әммә иҫке мәсет ер менән тигеҙләнгән булып сыға. Шул урында яңы мәсет ҡалҡып сыға.
 
Яңы мәсеттең намаҙ залы дүртмөйөш рәүешендә, икенсе кимәлгә күтәрелгән. Намаҙ залы:
* кеше торлаҡтары,
* офистар,
* тәһәрәтхана,
* магазиндар,
* китапхана менән бәйле.
 
Фасадтың төньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш яҡтарынан 6 өҫтәлмә ишек бар. Намаҙ залының дүрт мөйөшөндә лә манара ҡуйылған.
 
== Сығанаҡтар ==
* Мечеть Аль-Куба [http://mahalla1.ru/history_rubric/mosques-of-the-world/mechet-al-kuba-medina-saudovskaya-araviya.php]
* Масджид аль-Куба — первая в истории Ислама мечеть [http://www.islamdag.ru/istoriya/30989]
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Примечания}}
 
{{Намаҙ}}
[[Категория:Мәҙинә]]
 
[[Категория:ИсламСәғүд Ғәрәбстаны мәсеттәре]]
[[Категория:Мәсеттәр]]
[[Категория:Сәғүд Ғәрәбстаны]]