Каразин Василий Назарович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
32 юл:
* Пелагея (1806—?).
* Василий (1807—1847 г.). В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетының физика-математика факультетын, подпрапорщиктар мәктәбен тамамлай, [[Свеаборг]] рус хәрби флоты ҡәлғәһендә хеҙмәт итә, [[Рус-төрөк һуғышы]]ның (1828—1829) 11 алышынеда һәм бәрелештәрендә ҡатнаша. Отставкаға сыҡҡандан һуң, рус шағирҙарын француз теленә тәржемә итә. Балаһы булмай.
* Егор (Георгий) (1809—?). [[Семёновский лейб-гвардия полкы]] прапорщигы.
* Каразин Филадельф Васильевич (1810—1878 г.). Харьков университетының философия факультеты әҙәбиәт бүлеген тамамлай. Сит илдәр коллегияһында хеҙмәт итә, һуңынан (1837—1853, Николаев) Ҡара диңгеҙ флоты штабында махсус йомоштар чиновнигы сифатында һәм Ҡара диңгеҙ флоты командующийы адмирал [[Михаил Петрович Лазарев]] янында поход канцелярияһы мөдире, 1854—1862 йй. — Дәүләт милеге министрлығында, 1862 йылдан Эске эштәр министрлығында эшләй; действительный статский советник дәрәжәһендә отставкаға китә. Санкт-Петербургта ерләнгән. Контр-адмирал Феодосий Иванович Цацтың ҡыҙы Евгенияға өйләнә. В. Н. Каразиндың биографы.
* Александр (1814—1837 йәки 1839). Харьков университетын тамамлай.