Вәлиев Лек Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
[[1965]]—[[1987 йыл]]дарҙа (өҙөклөктәр менән) [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дәүләт драма театры]]нда эшләй. Академтеатрҙа уның беренсе эше — Сыңғыҙ Айтматов «Әсә яланы» («Материнское поле») әҫәре буйынса спектакль. 1971—1981 йылдарҙа — ошо театрҙың баш режиссеры. 1987—1990 йылдарҙа — [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры|Сибай дәүләт драмы театры]]нда режиссер. 1990—1992 йылдарҙа — [[Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры]] режиссеры.
 
Төрлө сәхнәләрҙә [[ М. Кәрим]], [[Н. Нәжми]], [[Нәжиб Асанбаев|Н. Асанбаев]], [[Йомағолов Илшат Хәлил улы|И. Йомағолов]], [[Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы|М. Буранғолов]], [[Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. Ибраһимов]], [[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]], [[Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы|М. Садиҡова]] пьесалары буйынса 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шулай уҡ А. Н. Островский, М. Горький, Л. Пиранделло, [[М. Ғафури]], У. Сароян, Н. Хикмәт, С. Айтматов әҫәрҙәре буйынса постановкалар ҡуя<ref name="БЭ">[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/5144-v-liev-lek-v-li-uly Башҡорт энциклопедияһы — Вәлиев Лек Вәли улы ]</ref>.
 
Лек Вәлиевтың «Нәркәс» ([[Йомағолов Илшат Хәлил улы|И. Йомағолов]]), «Салауат» ([[М. Кәрим]]), «Тиле йәшлек» ([[Ибраһим Абдуллин|И. Абдуллин]]), «Онотолған» (Н. Хикмәт), «Лиола» (Л.Пиранделло), «Аҙаҡҡылар» (М. Горький), «Утлы өйөрмә» ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]]) һәм башҡа спектаклдәре нескә лиризм, фәлсәфәлек менән һуғарылған, геройҙарҙың характерҙарына тәрән инеү уның режиссерлыҡ үҙәнсәлеге булып тора<ref name="БЭ"></ref>.
 
Л. Вәлиевтың художестволы алымы Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» документтарға нигеҙләнгән драмаһы буйынса спектаклендә айырыуса ныҡ сағылдырыла. Спектакль Яҡын Көнсығыш илдәрендә беренсе совет дипломатының батырлығына һәм СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлана һәм ул дәүерҙә республиканың мәҙәни тормошонда һәм шулай уҡ башҡа илдәрҙә мөһим ваҡиға булып ҡабул ителә<ref name="Башдрам">[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html Режиссер с особым даром]</ref>.
18 юл:
 
== Әҫәрҙәре ==
«Париж егете Әлфәнис» (1986, Сибай драма театры постановкаһы), «Бездна, или Черемуховые холода» (1988, Салауат драма театры постановкаһы) пьесаларҙың авторы<ref name="БЭ"></ref>.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
24 юл:
* РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978).
* [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (1984) — М. Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған «Ҡыҙыл паша» спектакле өсөн.
== Хәтер ==
 
* Өфөлә Лек Вәлиев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған<ref name="БЭ"></ref>.
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}