Атыу ҡоралы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Мәғлүмәт өҫтәнем. Морат Солтан.
ә clean up using AWB
14 юл:
 
=== Уҡсы ҡоралы ===
'''Уҡсы ҡоралы''' — пуля йәки башҡа тейҙереү элементтары менән атыу өсөн көбәкле ҡорал. Тейҙереү элементын осороу өсөн энергия сығанағы ниндәй булыуға ҡарап, утлы атыу, пневматик, механик һәм электр уҡсы ҡоралына бүлеп йөрөтәләр.
 
==== Пистолеттар ====
Пистолет ([[Француз теле|фр.]]  ''pistolet'' ← [[Француз теле|фр.]] ''pistole'' чех píšťala — «пищаль, һыбыҙғы») — ҡыҫҡа көбәкле автоматик булмаған йә үҙьяһаулы (һирәгерәк автоматик) утлы атыу ҡоралы. Ғәҙәттә ҡыҫҡа араға(25-50 метр) бер йәки ике ҡулдан атыу өсөн ҡулланыла. Һөжүм итеү өсөн дә, һаҡланыу өсөн дә ҡулланыла ала. Тәүге пистолеттар шыма көбәкле һәм бер яһаулы булған, ә хәҙергеләре, ҡағиҙә булараҡ, һырлы һәм күләмле магазинлы. Магазин, ғәҙәттә, һапта урынлаша һәм 7-нән (Кольт M1911) 17-гә (Беретта Px4 Storm) тиклем һәм күберәк патрон һыйҙырышлы була.
 
==== Пистолет-пулеметтарпулемёттар ====
Пистолет-пулеметпулемёт — өҙлөкһөҙ атыу өсөн пистолет патрондарын ҡулланған шәхси автоматик уҡсы атыу ҡоралы.
 
Пистолет-пулеметпулемёт [[Беренсе донъя һуғышы]] йылдарында эшләнгән, [[танк]] һәм химик ҡорал менән бер рәттән, позиция һуғышы торошон ҡырҡа үҙгәртеүгә өлөш индерергә тейеш булған. Был төр ҡорал идеяһы бер үк ваҡытта бер нисә илдә барлыҡҡа килә һәм тормошҡа ашырыла.
 
Ул ваҡытҡа пулеметтарпулемёттар уты үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған була инде, әммә ул йылдарҙағы пулеметтарпулемёттар лафеттан йәки станоктан атҡан, бик ауыр булған. Мәҫәлән, киң билдәле Максим пулеметыпулемёты станокһыҙ, һыуһыҙ һәм патрондарһыҙ 20 кг тирәһе тартҡан, ә һуғышҡа әҙер рәүештә, станогы менән — 65 кг-дан артығыраҡ. Уны хеҙмәтләндереү өсөн 2—6 кеше кәрәк булған. Нығытмаларҙы һаҡлау өсөн бик яҡшы булһа ла, улар һөжүм итеү өсөн бөтөнләй ярамаған. Шуға бер кеше йөрөтә һәм һөҙөмтәле ҡуллана алған ҡоралдың барлыҡҡа килеүе көтөлгән хәл булған.
 
==== Автоматтар ====
''Автомат'', йәки ''автоматик карабин'', сит ил әҙәбиәтендә шулай уҡ ''штурм винтовкаһы'' — яҡын алышта дошмандың тере көсөн юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән һәм ҙур тығыҙлыҡлы ут асырға һәләтле шәхси автоматик уҡсы атыу ҡоралы.
 
[[СССР|СССР-ҙа]] автоматтар [[Бөйөк Ватан Һуғышы|Бөйөк Ватан һуғышынан]] һуң киң таралыш ала, улар пистолет-пулеметтарҙыпулемёттарҙы, автоматик булмаған карабиндарҙы, төрлө винтовкаларҙы алмаштырған.
 
''7,62-мм Калашников автоматы'' (АК, ГРАУ индексы — 56-А-212, йыш ҡына АК-47 тип яңылыш атайҙар) — Михаил Калашников тарафынан 1946-1947 йылдарҙа эшләнгән һәм Совет Армияһына 1949 йылда ҡоралланыуға ҡабул ителгән автомат.
 
==== Оҙон мылтыҡтар ====
85 юл:
* [http://rus-guns.com Онлайн энциклопедия огнестрельного оружия]{{ref-ru}}
 
{{weapon-stub}}
[[Категория:Атыу ҡоралы]]
 
 
{{weapon-stub}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Атыу_ҡоралы» битенән алынған