Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
24 юл:
Взвод яугирҙары үҙҙәре әҙерләгән ҡулайламала — һалда йылғаның уң ярына яҡынлаша.
 
«Ярға нисек тә барып етергә кәрәк», — ти Сәлмән һәм улар, һыуҙан сығып, дошман позицияһына һөжүм итә. Һуғышсылар, бер туҡтауһыҙ атыша барып, бер ауылға яҡынлаша. Әммә уларға ҡаршы пулеметпулемёт ут яуҙыра.
 
Биш ҡыҙылармеец менән бергә ул беренсе булып немец блиндажын бәреп инә. Ике фашисты штык менән сәнсә, өсөнсөһөн ҡулы менән дөмөктөрә. Шунан траншеялағы пулеметсыныпулемётсыны юҡ итә. Һуғыш ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Өй ҡыйыҡтарында йәшеренгән немецтар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә, ләкин ауыл Ҡыҙыл армия ҡулына күсә. Шул ваҡыт бында әле «үҙҙәренеке» булыуға ышанған ике немец полковнигы машинала килеп етә. Сәлмән уларҙы ҡулға алып, теге яҡ ярға, штабҡа оҙата.
 
Взвод яугирҙарын юҡ итеүҙе маҡсат ҡуйып, немецтар танкылар менән һөжүм итә. Сәлмән окопта йәшеренеп, яндырғыс шыйыҡсалы шешә менән бер танкыны яндыра. Окоптың тәрәнерәк яғына йәшеренеп, «тигр»ҙы үҙ өҫтөнән үткәреп ебәрә.
— Бына һиңә лә, — тип ырғыта уның артынан икенсе шешәһен.
 
Танкылар факелдар кеүек яна. Контратака тонсоға. Һуғыш яланында тиҫтәләгән немец мәйете ятып ҡала. 15-ен Сәлмән үҙ ҡулдары менән юҡ итә. Сәлмән взводы 15-ләп пулеметпулемёт һәм башҡа күп ҡоралдар эләктерә. Плацдарм ныҡлы яулана.
 
Днепрҙы аша сығып, плацдарм яулап алыу өсөн ҡаты алышта Сәлмән үҙенең төркөмө менән 121 немецты юҡ итә, ике танкыны һәм 10 пулеметтыпулемётты юҡҡа сығара. [[Башҡорт атлы дивизияһы]]нда беренселәрҙән булып Сәлмән оло дан ҡаҙана.
 
Полк командиры подполковник [[Күсимов Таһир Тайып улы|Таһир Кусимов]] Сәлмәнде саҡыртып ала. «Ҙур рәхмәт һиңә, егет, — ти подполковник, уны ҡосаҡлап. — Мин һине иң юғары наградаға — [[Советтар Союзы Геройы]] исеменә тәҡдим иттем». Сәлмәндең иһә яуабы ҡыҫҡа була: «Киләсәктә лә изге Днепр өсөн һуғышҡан кеүек һуғышырға әҙермен!»