Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
12 юл:
[[1929 йыл]]да ауылда коллективлаштырыу башланып китә: Хәсән Яубаҫаров (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Әбүләйес ауылында ун биш кешенән торған артель төҙөй. Уны артелдең рәйесе итеп ҡуялар. Артель эшен башлап ебәреүҙә уға юрист Юныс Бикбов ярҙам итә. Хөкүмәт был артелгә орлоҡ, ҡорамалдар менән ярҙам итә. Ул йылды иген бик ныҡ уңа, шуға күрә 1930 йылда артелгә бөтә ауыл халҡы инә. Беренсе артелдең атамаһы «Көрәш» була. Шулай итеп Граждандар һуғышында сыныҡҡан, донъяға дөрөҫ ҡарарға өйрәнгән Хәсән Хәйретдин улы Әбүләйес ауылы халҡын колхозға туплаусы һәм ул колхоздың беренсе рәйесе була. Артабан колхоз үҫешә, Хәсән Хәйретдин улы, партия ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләй: ул колхоз фермаһы мөдире лә, бригадир ҙа була.
 
== Бөйөк Ватан һуғышында ==
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, [[1942 йыл]]дың ғинуарында ауылдаштары менән бергә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшер өсөн фронтҡа китә. Ул артиллерия-уҡсылар полкына эләгә, танкыға ҡаршы атыу ҡоралының, гаубица пушкаһының тоҫҡаусыһы була. [[1942 йыл]]дың авгусында Ржев эргәһендәге ҡаты һуғыштарҙың береһендә ул немец снайперы пуляһынан ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып терелеп сыҡҡас, ул ҡабаттан фронтҡа үҙ часына эләгә, Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн [[«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)|«Батырлыҡ өсөн»]], «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «1941—1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Һуғышты [[1945 йыл]]дың яҙында Шауляй ҡалаһын алғанда тамамлай: бындағы алышта ул тағы ла яралана һәм Кенигсберг (хәҙер Калининград) ҡалаһындағы госпиталдә август аҙағына тиклем дауалана.
 
== Һуғыштан һуңғы йылдары ==
Артабан тыуған ауылы Әбүләйестәге ғаиләһе: улы, алты ҡыҙы янына әйләнеп ҡайта һәм ауылда колхозды нығытыу эшенә тотона. Хәсән Хәйретдин улы колхозда рәйес, бригадир, колхоз умартасылығының ҡортсоһо, ферма мөдире булып алтмыш биш йәше тулып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Тик ул бер ваҡытта ла эшһеҙ тороп өйрәнмәгәс, ялда булыуына ҡарамаҫтан, ырҙын табағы мөдире булып етмеш биш йәше тулғансы һәм артабан Өфө ҡалаһындағы балалары үҙҙәренә күсереп алып киткәнсе тынғы белмәй туған колхозында эшләй. Өфө ҡалаһында ла ул буш ятмай, Калинин районының ветерандар советы ағзаһы була. Бик күп юбилей миҙалдары һәм III дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены]] менән бүләкләнгән.
Хәсән Хәйретдин улы ҡатыны Разифа менән ете бала үҫтергән, шуларҙың бишеһе-уҡытыусылар.
Ике һуғыш ветераны Яубаҫаров Хәсән Хәйретдин улы [[Өфө ҡалаһы]]нда [[1998 йыл]]дың [[29 апрель|29 апрелеапреленд]]ндәә вафат була һәм Тимашево зыяратында ерләнгән.
Хәсән Хәйретдин улының Бөйөк Ватан һуғышында үҙе сығарған бәйете:
Мин уйлайым, йәнейем, зәңгәр төндә
Ауылымды, һөйгән йәремде.
45 юл:
Хат яҙырға ғына ҡалды инде.
Салғы ла ғына алып сабыр инем
Туған Ишапайым буйҙарын.
Инде генә ҡайтып күрә алмамын,
Йәмле генә Ишапай буйҙарын.
59 юл:
 
== Һылтанмалар ==
«"Башҡортостан»" 1991 йыл, 26 февраль. №  40 (20835)
 
«"Йәшлек»" 1996 йыл, 8 май №  36 (4571)
 
•Исянгулов Ш.  Н.  Абуляисово: материалы по истории деревни.  — Туймазы: ТИЦ  — филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 2015.  — 164 с.