Төрөк әҙәбиәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
31 юл:
== Эпостар ==
[[Файл: Dede qorqut r.jpg |thumb|right|200px| Ҡорҡот ата]]
[[Төрки халыҡтар]] бер нисә төркөмгә бүленеп йөрөтөлә, улар араһында иң ҙурҙары- [[уғыҙҙар]] һәм [[ҡыпсаҡтар]]. Төрөктәр сығышы буйынса һәм тел үҙенсәлектәре буйынса уғыҙ төркөмөнә ҡарай. Был төркөмгә шулай уҡ [[төркмәндәр]] һәм [[әзербайжандар]] ҙа инә. "[[Ҡорҡот ата китабы”китабы]]" («Китаб-и дэдэм Коркут») был халыҡтарҙың уртаҡ әҙәби ҡомартҡыһы. Был китап уғыҙ ҡәбиләләренең уртаҡ тарихи үткәнен тасуирлай. IX—XV быуаттарҙа халыҡ араһында йәшәп килгән эпик хикәйәттәрҙең әҙәби яҡтан эшкәртелгән тупланмаһы.
«Ҡорҡот ата китабы» күп телдәргә тәржемә ителгән. Ул әҙәбиәт белгестәре өсөн генә түгел, ә тарихсылар һәм этнографтар өсөн дә мөһим тикшеренеү сығанағы булып тора. Рәсәйҙә был китапты өйрәнеүҙе В. В. Бартольд (1869—1930) башлап ебәрә.
 
Халыҡ араһында киң таралған тағы бер эпос- "[[“КөрКөр уғлы”уғлы]]" («Һуҡыр улы»). Был бер ғәйепһеҙ һуҡырайтылған атаһы өсөн дошмандарҙан үс алған батыр Рушен Али тураһындағы тарих.
 
1936 йылда [[Назим Хикмәт]] (1901—1963) «Шәйх Бәдретдин дастаны» тигән әҫәрен баҫтырып сығара. Ул хәҙерге заманда яҙылһа ла, боронғо эпостар традицияһын дауам итеп, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрөш темаһына бағышланған. Был эпоста Анатолия шәйехтәренең солтан Мәһмәд I ҡаршы баш күтәреүе һүрәтләнә.