Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы''' (10 ноябрь 1948 йыл — 25 ноябрь 2012 йыл) ..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Нәйлә Әхнәф ҡыҙы Кирәева 1948 йылдың 10 ноябрендә [[Өфө]] ҡалаһында күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм фольклорсы-ғалимы [[Кирәй Мәргән]]дең һәм Өфөлә билдәле булған балалар табибы Мәғәфирә Кирәева ғаиләһендә донъяға килгән<ref name="Кирәева">[https://xn--80abvyzg.xn--p1ai/%D0%9A%D0%B8%D1%80%D0%B5%D0%B5%D0%B2%D0%B0/]</ref>. Ҡартатаһы — билдәле башҡорт [[сәсән]]е [[Нурмөхәмәт Йомрани]]. 1966 йылда Нәйлә Кирәева алтын миҙалға урта мәктәпте тамамлай һәм [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның биология факультетына уҡырға инә.
1971 йылда БДУ-ны тамамлағандан һуң Биология институтында эшләй<ref name="БЭ">{{БЭ2013|index.php/6537}}</ref>. 1977 йылда Н. Ә. Кирәева Ҡаҙан университетының микробиология кафедраһы аспирантураһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай<ref name="Кирәева"></ref>. 1977 йылдан алып БДУ ла уҡыта башлай. Ошо ваҡыттан уның тормошо Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнә һәм ғүмеренең аҙағынаса ул биохимия һәм биотехнология кафедраһында эшләй, бында ул ассистенттан профессорға тиклем хеҙмәт юлын үтә һәм университеттың алдынғы уҡытыусыларының береһе була.
1996 йылда Санкт-Петербург технология университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, диссертация темаһы: «Микробиологические процессы в нефтезагрязненных почвах»<ref name="Кирәева"></ref>.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Фәнни эшмәкәрлеге нефть продукттарының, пестицидтарҙың һәм башҡа бысратыусыларҙың тирә яҡ мөхиттә микробиологик тарҡалыуын өйрәнеүгә арналған. Нефть менән бысранған тупраҡ һәм һыу ятҡылыҡтарын тергеҙеүҙең биотехнологик ысулдарын эшләй. Тирә яҡ мөхиттең нефть менән бысранған объекттарына мониторинг яһар өсөн биодиагностик күрһәткестәр һәм биотест-системалар һайлап ала<ref name="БЭ"></ref>.
 
500-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
18 юл:
Микробиологическая рекультивация нефтезагрязнённых почв. М., 2001 (авторҙаш).
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре<ref name="БЭ"></ref> ==
 
[[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006);
 
[[Рәсәй Федерацияһы]]ның почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}