Ғәлиә мәҙрәсәһе — версиялар араһындағы айырма

төҙәтмә
(төҙәтмә)
 
== Уҡытыу барышы ==
Мәҙрәсәлә белем алыу алты йыл буйы бара, уҡыу планына 30 процент донъяуи фёндёр буйынса дәрестәр ҡаралған була. Дәрестәрҙең өстән бере генә дин дәрестәре булһа, ғәрәп, урыҫ, төрки, француз телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә, психология, педагогика фәндәре лә төплө уҡытыла.
 
«Ғәлиә» мәҙрәсәһе дини юғары белем биргән уҡыу йорто булһа, ҡалған предметтар буйынса гимназия кимәлендә белем бирелә. Шуға күрә үҙебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙең бөтә мосолмандары араһында ла был уҡыу йортоноң абруйы ҙур була. Ырымбурҙың уҡыу йорттары буйынса идаралыҡ етәкселәренең береһе булған А. Любимов мәҙрәсәне ҡарап сыҡҡас, бик ҙур баһа бирә. Бындағы белем биреү стандарттары ғына түгел, һәйбәт итеп йыһазландырылған физика, химия кабинеттары, дини, фәнни-популяр, нәфис әҙәбиәт, төрлө журналдар, төрки, ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәрендә баҫылған гәзиттәр тупланған бай китапхана тикшерергә килгән чиновникты ғәжәпкә ҡалдырған. Һуңғараҡ татар, башҡорт, ҡаҙаҡ, черкес һәм башҡа телдәрҙә лә матбуғат баҫмалары алдырғандар.
39

үҙгәртеү