* [[Чибрикова Евгения Васильевна]] (9.12.1923–13.03.2013), ғалим-геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1982). [[Урал]] һәм Көнсығыш Европа платформаһының геологик төҙөлөшөн өйрәнеүсе. К. Р. Тимергазин исемендәге премия лауреаты (2003). Сығышы менән [[Тамбов]] ҡалаһынан.
* [[Праведников Николай Константинович]] (9.12.1933—4.12.2001), ғалим-инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). 1981 йылдан Бөтә Союз яғыулыҡ‑энергетика комплекстары проблемалары ғилми-тикшеренеү институтында директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1986 йылдан — институт директоры, 1995—2001 йылдарҙа «ЛУКОЙЛ» нефть компанияһының фәнни‑инженерлыҡ үҙәге генераль директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1981). [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1981) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Асҡын районы]] [[Ҡуяштыр]] ауылынан.
* [[Захаров Николай Павлович]] (9.12.1948—2003), [[Шаран районы]] «Шаран» совхозының элекке механизаторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.