Лека Дукаджини: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Государственный деятель | имя = Ле́ка III Дукаджи́ни | оригинал имени = {{lan..." исемле яңы бит булдырылған
 
30 юл:
Лека Дукаджини — Коджи Захария прониары. 1446 йылда атаһы Пала Дукаджини вафат булғандан һуң Дукаджини фисының (кланының) биләмәләрен мираҫ итеп ала. Teoдора Музакиға өйләнә. Кенәз Скандербег етәкселегендә [[Ғосман империяһы|ғосман төрөктәренә]] ҡаршы уңышлы һуғышҡан.
 
1445 йылда барлыҡ (йәки барлыҡ тиерлек) албан кенәздәре Скандербегтың Топий Музакиға кейәүгә сыҡҡан кесе һеңлеһе Мамикиҙың туйына саҡырылған. Туй тантанаһынан һуң Лека Дукаджини үҙе артынан Задрима кенәзе ЛекЛека Душманиҙың берҙән-бер балаһы һәм вариҫы Ирена Душманиға кейәүгә сығыуҙы һораған. Был тәҡдимде ишетеп ҡалған Даньо өлкәһенең хакимы [[Лека Захария]] (ул Ирена Душманиға үҙе өйләнергә ниәтләгән) Лека Дукаджини менән алышҡа ингән. Һөҙөмтәлә Лека Дукаджини ҡаты йәрәхәт алған. 1447 йылда үс итеп ул Лека Захарияны ҡамай һәм үлтерә. Лека Захария үлгәндән һуң уның кенәзлеге вариҫһыҙ ҡала, шунлыҡтан кенәздең әсәһе уның Даньо замогы үҙәге менән доменын [[Венеция Республикаһы|венециялыларға]] тапшырған. Скандербег Даньоны яулап алырға маташҡас, 1447—1448 йылдарҙа албан-венеция һуғышы булған.
 
1451 йылдың мартында Лека Дукаджини һәм Божидар Душмани венециялаларҙың Дриваст ҡәлғәһенә һөжүм итергә ниәтләй. Уларҙың ниәте асылғас Божидар Душмани үҙ биләмәләрен ташлап китергә мәжбүр булған.